-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ерһеҙ ҡала күрмәйек!

Ҡыңғырау шылтыраны. Уҡытыусы ниңәлер күңелһеҙ генә тауыш менән:– Уҡыусылар, нимә ул тыуған ер? Нимә ул тыуған тупраҡ? – тип дәресте башлап ебәрҙе.

Ерһеҙ ҡала күрмәйек!
Ерһеҙ ҡала күрмәйек!

– Беҙҙең ауыл, беҙҙең районыбыҙ – бына ошо тыуған ер...
– Тыуған ер – ул беҙҙең йәшәгән төйәк...
– Тыуған тупраҡ – беҙҙе уратып алған урман, ул – беҙҙең Һаҡмарыбыҙ, иген баҫыуҙары...
Һәр кем үҙенсә яуап бирергә тырышты. Уҡытыусыбыҙ һүҙен дауам итеп:
– Ысынлап та, дөп-дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ер тураһында һүҙ алып барғанда, тыныс тауыш менән генә һөйләп китеүе еңел түгел. Ошо ҡара тупраҡ өсөн күпме алыш, күпме ҡан ҡойош булған. Еребеҙ, тип ата-бабалар яуға сапҡан.
Тыуған ер ул – беҙ йәшәгән тупраҡ, ата-әсәбеҙ йәшәгән ил. Беҙ тәпәй баҫҡан ер. Нисек уйлайһығыҙ, уҡыусылар, тыуған ерһеҙ кеше бармы донъяла? Кем ул ерһеҙ башҡорт?.. Бына ошо һорауҙарға дөрөҫ итеп яуап бирер өсөн беҙ һеҙҙең менән Әмир Әминевтең «Ҡытайгород» әҫәре менән танышасаҡбыҙ. Үҙегеҙҙең күп һорауҙарығыҙға был повесть аша яуап­тар таба алырығыҙға ышанам, – тине.

Күренекле яҙыусы Әмир Әминевтең тетрәндергес әҫәрен синыфыбыҙ менән бер тында уҡып сыҡтыҡ. Күп йылдар элек яҙылыуға ҡарамаҫтан, был әҫәр беҙгә бик яҡын. Алыҫҡа йөрөргә лә кәрәкмәй: йәйге каникул башланғас, синыфыбыҙ менән Тал­ҡаҫҡа ял итергә, күмәкләп һыу төшөргә барабыҙ. Баймаҡ ҡалаһынан сыҡҡас та йәшеллектең йылдан-йыл юғалыуы, һоп-һоро балсыҡҡа әйләнеп, тау-тау булып ятыуы күңелде ҡыра. Урыны-урыны менән бысраҡ күләүектәрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Ошо һыуҙар беҙ йәй буйы балыҡ тот­ҡан, ярында ҡыҙынған, балыҡтай сумған Граф, Талҡаҫ күлдәренә ағып төшөп бысрата түгелме?..
Тәбиғәткә битараф булған кешеләр эсте бошора. Бөгөнгө менән генә йәшәп, киләсәк тура­һында уйламай, эскән һыуҙары­быҙға төкөрөп ҡараһаҡ, йылдар үтеү менән тыуған тупраҡтан ни ҡалыр? Ошонда тыуып та, ошонда йәшәмәйенсә, сит яҡтарға юлланған йәштәр бер нисә йылдан ҡайҙа ҡайтыр һуң? Атай йорто ниндәй хәлдә көтөр?
«Ҡытайгород» повесындағы халыҡ кеүек ерҙәрен, баҫыуҙарын, бесәнлектәрен аҡсаға ҡыҙығып һатһа, ейәндәренә тыуып үҫкән нигеҙҙәре хаҡында ни әйтерҙәр... Әҫәрҙә лә бит ергә ереккән ололар ерҙәрен, йорттарын һатырға теләмәйенсә, тырышып ҡараны, хатта өйҙәрендә бикләнеп тә ултырҙылар, тик сит ҡалаға күсмәй ҡала алманылар шул.
Халыҡ ваҡыт үтеү менән ауылын барып күрә лә хайран ҡала. Бында эшкә килгән Ҡытай кеше­ләре уны тулыһынса үҙгәрткән, ошонда башҡорт ауылы булған, тип әйтерлек тә түгел. Төбө-тамыры менән үҙгәртеп ҡоролған. Ҡытайҙар – шул тиклем уңған халыҡ, бер кемдең дә буш торғанын күрмәҫһең, һәр береһе үҙ эшен белеп башҡара, икенсе берәүгә ҡамасаулаусы ла юҡ. Шуға ла тормоштары алға киткән, улар йәшәгән ерҙе үҙҙәренсә ҡороп, һәр метрҙы кәрәгенсә файҙалана белә. Ә бына ауыл халҡы бында йәшәгән ваҡытта баҫыу уртаһында батып ултырған машинаны ла сығара алмай, һалам менән күмеп киткәйне бит. Шундай ныҡ үҙгәреш булыуына иҫтәре китә кешеләрҙең. Ер менән күк араһындағы кеүек айырма! Ерҙәрен һатып ҡалаға күскән халыҡтың ошонда кире ҡайтҡыһы килә, тик артҡа юл булмай. Сөнки килешеү буйынса улар ауылдарына 25 йылдан ғына әйләнеп ҡайтыр­ға тейеш. Уның сама ваҡыт үтер, тик был ерҙән киткеһе килмәгән оло йәштәгеләр ни хәлдә булыр? Улар яҡты донъяларҙа булырмы? Әллә еренә лә ҡайта алмай зарығып үлеп китерҙәрме?
Ысынлап та, бөгөн дә бик актуаль булған әҫәр менән таныштыҡ. Синыфташтарым менән «түңәрәк өҫтәл» артында ҡыҙыу бәхәс тә булды. Кемдер – ҡалаға күсеүсене, кемдер киткеһе килмәгән ауыл халҡын яҡланы. Һәр кемдең, әлбиттә, үҙ фекере, үҙ ҡарашы. Ә шулай ҙа ошондай хәлгә ҡалмаҫ өсөн беҙгә, йәштәргә, уйланырға урын бар...

Илназ НАСИРОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: