Балалар күрешеү менән нисек уҡып бөтөүҙәре тураһында һөйләй башланылар. Мәҙинә менән Ҡасим бер-береһен уҙҙырып, I синыфты тик "бишле” билдәләренә генә бөтөүҙәрен һөйләне. Уларҙан һуң Мирас IX синыфты уңышлы тамамлауын, һынауҙарҙы нисек биреүен, ҡайҙа, ниндәй хата ебәргәнен дә әйтеп үтте. Тимәк, улым артабан да белемен шулай камиллаштырһа, тағы ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәсәк, тип уйлап ҡуйҙым әле.
Ҡалала йәшәгән балалар ауылға ҡунаҡ булырға ғына килмәй шул, кесе йәштән ҡул араһындағы эштә сынығып үҫә. Ауыл ерендә эш тә күп. Яңғыҙ йәшәгән өләсәйҙең байтаҡ эштәрен атҡарып та ҡуйҙылар. Унан һуң уйнарға, ҡырға сығып килергә лә әллә күпме ваҡыт табылды. Ҡырҙа ер еләге бешкән осор. Еләк бәлешен барыһы ла яратты. Шифалы һары мәтрүшкә бөрө яра башлаған икән. Уныһын да танып ҡуйҙылар. "Сәскә атҡас, йыйып, киптереп ҡуйһаҡ, сирләгәндә бирешә һалып та бармаҫбыҙ", – тип өйрәтеп тә ҡуйҙым үҙҙәрен.
Бына шулай уҙа балаларымдың ауылдағы файҙалы һәм күңелле каникул көндәре.
Нәсимә ҒАЙСИНА.
Әбйәлил районы.