Бәләкәй генә булһа ла, телгә бик әүәҫ ҡыҙыҡай, йәйге ялы тураһында:
– “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендәге зоопарктан башланып китте каникулым. Инорс биҫтәһенең Йылы күлендә ял иттем. Ҡариҙел йылғаһында йөҙҙөм, унда һоҡланғыс шарлауыҡ бар икән. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Беҙ ғаиләбеҙ менән йыл һайын Белорет районы Асы ауылы эргәһендәге Инйәр йылғаһы буйына сәйәхәткә сығабыҙ. Быйыл да шул яҡтарға барҙыҡ. Инйәр йылғаһы бик йылы һәм таҙа. Унда ҡустым менән төрлө балыҡтарҙы рәхәтләнеп күҙәттек. Тағы ла иң ҡыҙығы палаткала йоҡлау булды. Иртәнсәк ҡоштар тауышына уянып китәһең. Ныҡ оҡшаны миңә унда! – ти Айгөл.
Әле өлгөр ҡыҙ Туймазы районының Бишҡурай ауылында йәшәгән ҡәртәсәһе менән ҡартатаһы янында ял итә.
Ул аш-һыу бүлмәһендә һауыт-һаба йыуа, баҡсала түтәлдәргә һыу һибә. Ҡартәсәһе менән быҙауҙарға һыу эсерә. Тырыш ҡыҙ бешеренергә лә ярата. Ҡартәсәһе ейәнсәрен маҡтап:
– Айгөлөм бешенереү серҙәренә өйрәнергә ихлас тырыша. Үҙенең ҡулдары ла килешеп кенә тора бит әле. Күҙ теймәһен, бар эште лә теләп башҡара. Беләме, белмәйме, гел генә янымда урала. Ҡамасаулаһа ла, бер ҙә өндәшмәйем. Балаларҙы ошо мәлдә эшкә өйрәтһәң, аҙаҡ һөҙөмтәһе лә күренә бит. Шуға киленгә лә әйтеп кенә торам, эргәмдә йөрөһөн, өйрәнһен, тип.
Үҙе лә ойоштороу, уйлап сығарыу һәләтенә оҫта икән. Уның янында һәр саҡ күңелле. Рамаҙан ҡустыһын ҡарап ҡына йөрөтә. Уға китап уҡый, һанарға өйрәтә. Икәүләшеп бергә матур ғына уйнайҙар, – ти.
Афарин, Айгөл! Бик тырыш, эшһөйәр ҡыҙ бала үҫеп килә. Ризаитдин Фәхретдин үҙенең “Тәрбиәле бала” китабында шундай юлдар яҙып ҡалдырған бит: “Бала саҡта алынған тәрбиәне һуңынан бөтөн донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ”. Хаҡ һүҙҙәр. Шуға ла баланы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеү кәрәк шул.
Зөһрә ХӘКИМОВА.