Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадалары – интеллектуаль марафондың яңы миҙгеле асылды. Ул 24 фән буйынса 4 этапта үтә. Тәүгеһе – мәктәп, икенсеһе – район, өсөнсөһө – төбәк, дүртенсеһе, йомғаҡлау этабы, Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Һуңғыһында илдең төрлө төбәктәренән көслөләрҙән-көслө 200-гә яҡын уҡыусы көсөн һынай. Финалда еңеүселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирелә.
Уҡыу башланыу менән Туймазы ҡалаһында иң беренсе балаларҙың юл хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙәре ҡыуандыра. Урындағы гәзит мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәктәп эргәһендәге йәйәүлеләр сығыу юлдарында портфель аҫып алған уҡыусы ҡыҙ һәм малайҙар һындары урынлаштырылған. Улар тәү ҡарамаҡҡа ысын һымаҡ күренә. Был автомобиль йөрөтөүселәрҙе алдан уҡ тиҙлеген кәметергә, айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклекте, юл аша балалар үтәсәген иҫкәртә.
Мәктәптәргә һәм дауаханаларға – яңы машиналар
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев төбәктәргә транспорт алыу тураһындағы күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Республикабыҙ йыл аҙағына тиклем 25 өр-яңы ашығыс ярҙам машинаһы һәм 41 мәктәп автобусы аласаҡ.