+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Полилингвистик интернат-мәктәп асыласаҡ

Нефтекамала татар полилингвистик интернат-мәктәп асыла. Ул 2013 йылдың октябрендә ябылған интернат-мәктәп базаһында буласаҡ.

Уҡыу корпусы 300 уҡыусыға иҫәпләнгән, ашханаһы – 100 урынлыҡ. Уҡыуҙан һуң балалар түңәрәктәр, секцияларҙа шөғөлләнә, ял итә алһын өсөн бөтә шарттар тыуҙырыласаҡ.

Полилингвистик интернат-мәктәптә тел фәне менән ҡыҙыҡһынған балаларға уҡыясаҡ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы белем усағын асыу ваҡытын 2021 йылдың 1 сентябренә билдәләне.
Читайте нас: