+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
23 Август 2019, 14:58

Яңы алымдар, технологиялар киң ҡулланыласаҡ

Республика август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү» темаһына стратегик сессия Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҙҙы. Унда район-ҡалаларҙағы туған тел буйынса методистар, белгестәр, милли белем усаҡтары директорҙары, ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Свердлов өлкәләренән, Пермь крайынан да 100-ҙән ашыу милләттәшебеҙ саҡырылғайны.

– Милли мәғариф системаһының иң яҡшы өлгөһө булған, элек-электән бихисап арҙаҡлы шәхестәр тәрбиәләгән гимназияға йыйылып, башҡорт телен уҡытыу буйынса яңы алымдар, технологияларҙы күрһәтеү беҙгә бик мөһим ине, – тип башлап ебәрҙе һүҙен Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин. Ул республикабыҙҙа туған телдәрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, төрлө форматта – белем усағында, синыфтан тыш, йәкшәмбе мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелеүен, 6 туған тел буйынса уҡытыу ойошторолоуын әйтеп үтте. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, республика олимпиадаһын федераль олимпиадалар исемлегенә индереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Был бәйге еңеүселәре, призёрҙарына дәртләндереү сараһы ла ҡаралған, республика уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл биреләсәк.

Стратегик сессияла «Ҡанатлан!» белем биреү программаһының «Интерактив башҡорт теле» проекты менән филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт, башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова таныштырҙы. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эшләнеп, Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан төҙөлгән. Проект етәксеһе – Әхәт Илмөхәмәтов. Маҡсаты – башҡорт телен үҙ аллы башланғыс кимәлдә өйрәнеү буйынса web-ресурс булдырыу. Был виртуаль проектта 34 тема бирелгән һәм контент бер нисә бүлектән тора. Һүҙлегендә һөйләшеү һәм аралашыу өсөн иң кәрәкле һүҙҙәр туп­ланған. Уларҙың һәр береһенең аудиояҙма­һы ла бар. Ҡыҙыҡһыныу­сылар, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр new.bash.matur-tv.ru сайтына инеп, проект менән таныша ала.

«Интерактив башҡорт теле» проекты интернет селтәре булған һәр ерҙә лә яҡшы асыла, мобиль телефон аша ла ҡарап була. Web-ресурсты ҡулланыу өсөн өҫтәмә ҡушымталар кәрәкмәй. Теркәлеү үтеп, курсты уңышлы тамамлаған һәр бер ҡулланыусыға электрон сертификат ебәрелә.

Ә туған телебеҙҙәге мобиль ҡушымта хаҡында юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу-методик идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Хәйбуллин һөйләне. Был «Сәләм» башҡортса һөйләшеү һүҙлеге IOS һәм Android операцион системалары өсөн эшләнгән. Авторҙары – филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина һәм филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова. Проекттың етәксеһе – Айнур Хәйбуллин.

«Сәләм» башҡортса һөйләшеү һүҙлегендә 38 тема бирелгән. Һәр береһенең тауышландырыу функцияһы ла бар. Был башҡортса телмәрҙе дөрөҫ ишетеп, матур итеп һөйләшеп өй­рәнергә мөмкинлек бирә. Барлығы 15 мең һүҙ индерелгән. Оҙаҡламай уны Play Mаркеттан телефонға ҡуйып буласаҡ.

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостандан ситтә йәшәп, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн мәғариф министрлығы башланғысы менән «Туған тел илселәре» тип исемләнгән мәҙәни белем биреү акцияһы башланыуын Мәғарифты үҫтереү инс­титутының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова хәбәр итте. Ул 15 сентябрҙән алып 2020 йылдың 31 майына тиклем барасаҡ.

– Онлайн-дәрестәрҙә төбәктәрҙән 50 кешене ҡабул итә аласаҡбыҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уҡыусы уҡытыусыны йәкшәмбе көнө тыңлай алмай ҡалһа, аҙаҡ уның видеояҙмаһын ҡарау мөмкинлеге лә бар, – ти Әлфиә Вәкил ҡыҙы.

Проектта барлығы 34 дәрес планға индерелгән. Бында ҡатнашасаҡ инновацион мәктәптәрҙең исемлеге раҫланып, улар үҙҙәренең иң яҡшы уҡытыусыһын тәҡдим итәсәк. Был порталда уҡытыусыларға методик ярҙам йәһәтенән төрлө дәрес өлгөләре, дидактик материалдар, презентациялар, диктанттар ҡуйыласаҡ. Интернет селтәрендә үҙҙәре башҡорт телен өйрәнгән Вячеслав Чернев, Юто Хишиямаларҙы йәлеп итеп, онлайн-осрашыуҙар ҙа уҙғарыу ҡарал­ған.

– Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтәләр. Ул беҙгә яңы вариатив дәреслектәр булдырыуҙы ла талап итә. Шуның менән бәйле Мифтахетдин Аҡмула исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәҡдиме менән бынан бер нисә йыл элек эш башланды. Яңы вариатив дәреслектәр артабан уҡытыу-методика комплекты итеп үҫтерелде, – ти педагогия фәндәре кандидаты Сәлимә Таһирова.

Күрше төбәктәрҙән килеүсе вәкилдәргә баш ҡалабыҙҙың алдынғы белем усаҡтары – республика инженер интернат-лицейы, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы, Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль күп йүнәлешле мәктәбе, уларға уҡырға инеү шарттары тураһында ла мәғлүмәттәр еткерелде.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: