+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
13 Сентябрь 2019, 16:23

«Роснефть» синыфтары асыла

«Башнефть» компанияһы тарафынан «Роснефть» синыфы» тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Рәсәйҙә бөгөн ошондай 117 төркөм асылған.

Яңы уҡыу йылы башынан Октябрьский­ҙағы 22-се мәктәптең X «А» синыфы уҡыусылары ла был проектҡа ҡушылды. Әлбиттә, ҡыҙҙар һәм егеттәргә бындай ғәҙәти булмаған синыфҡа эләгеүе еңелдән булманы. Математика, информатика, физика һәм химиянан тест тапшырҙылар. Нефть компанияһы вәкилдәре, белем усағы уҡытыусылары һәм педагог-психологтар менән әңгәмәләшеү үткәс кенә 25 уҡыусы махсус синыфҡа ҡабул ителде.

Бик һәйбәт башланғыс. Үҙҙәренә яңы кадрҙар әҙерләүгә етди тотонғандар. Күптәргә өлгө булырлыҡ тәжрибә. Шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм махсус синыфта белем алғандарҙы юғары уҡыу йорттарына инергә әҙерләүҙе лә күҙ уңында тоттолар.

Уҡыу мәлендә «Роснефть» синыфы уҡыусылары нефть эше, нефть-газ комплексы һөнәрҙәре менән танышып, йүнәлешле фәндәр буйынса төплө белем аласаҡ. Ә иң һәләтлеләрен, олимпиада еңеүселәрен һәм призёрҙарын айырым рәүештә дәртләндереү көтөлә.

Октябрьский ҡалаһындағы проектҡа «Башнефть-Табыш» компанияһы яуаплы. Ул хәйриә программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыларына хеҙмәт хаҡы, лабораторияларҙы ҡуртымға алыу, транспорт өсөн сығымдарҙы түләй.

Быйылғы уҡыу йылынан Өфөлә 62-се лицейҙа ла «Роснефть» синыфы асылды. Хәҙер республикабыҙҙа өс ошо йүнәлешле синыф бар, киләсәктә уларҙың һаны тағы ла күбәйеүе көтөлә.

Лицейҙан – нефть университетына

Бына тағы бер яңылыҡ. Быйылдан «Өфө газпром трансгаз» нефть техник университеты менән «Предуниверсарий» проектын булдырҙы. Ул республика инженер интернат-лицейының йүнәлешле синыфы менән берлектә эш алып барыуҙы күҙаллай. Бында предприятие хеҙмәткәрҙәренең балалары ла уҡыясаҡ. ӨДНТУ-ның предуниверсарийында белем алыусы өлкән синыф уҡыусыларына, уҡыу планына ингән фәндәрҙән тыш, ошо юғары уҡыу йортондағы йүнәлештәр буйынса махсус курстар ҙа үткәреү көтөлә.

«Өфө газпром трансгаз»дың йәнә бер проекты Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейында тормошҡа ашырыла. Унда «Газпром» синыфы 2016 йылда уҡ асылғайны. Хәҙер инде лицейҙың байтаҡ ҡына сығарылыш синыфы уҡыусыһы Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып йөрөй.

Был проекттар уҡыусыларға һөнәр һайларға булыша. Балалар мәктәп тупһаһынан уҡ технологик яҡтан үҫешкән компания менән танышып, киләсәктә ошо йүнәлештә эштәрен дауам итәсәк.
Читайте нас: