Яңы йыл каникулына. Бик һәйбәт, рәхәтләнеп ял итәһе урынға дәреслектән параграфтар уҡып, реферат яҙып ултырырғамы ни?
– Әммә эш бында ғына түгел. Атай-әсәйҙәр йыш ҡына минән: «Ольга Юрьевна, ни өсөн бөтә ғаилә өйгә эш менән була ул? Төн уртаһына тиклем ултырырға тура килә. Ниңә бала сәғәттәр буйы дәреслеккә текәлеп, унда нимә яҙылғанын аңларға тырыша?» – тип һорай. Функциональ грамоталылыҡты юғалтҡанбыҙ, бөтә бәлә шундалыр. V, VI синыфтан башлап беҙҙең уҡыусылар алған белемдәрен ҡуллана белмәй. Быны Халыҡ-ара тикшереүҙәр раҫлай. Яңыраҡ РISA-2018 һөҙөмтәләре билдәле булды. Унда беҙ алдынғы илдәр төркөмөндә, әммә уҡыу буйынса 31-се урынға төшкәнбеҙ, ә ҡасандыр беренселәр араһында инек, – ти Ольга Васильева. Министр стандарттарҙы яңыртып, яңы интерактив эштәр булдырып, Рәсәй электрон мәктәбе аша бөтә илгә таратырға кәрәк, 2021 йылда уҙасаҡ РISA тикшереүҙәрендә һөҙөмтәләрҙе күрәсәкбеҙ, тип белдергән.
Функциональ грамоталылыҡ, тигәндән, балалар, ысынлап та, был тема миңә нимә бирә, тормошта нисек ҡуллана алам, тип ҡыҙыҡһынып уҡыһа, белем алыу еңелерәк бирелер ине. Һәр фән үҙенсә ҡыҙыҡлы, кешенең донъяны танып-белеү даирәһен киңәйтә, тормошто яҡшыраҡ белергә ярҙам итә.