+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
15 Ғинуар 2020, 12:55

Яндекс.Репетитор ун беренселәргә ярҙамға килә

Ун беренселәр, уларҙың уҡытыусылары, атай-әсәйҙәре Берҙәм дәүләт имтиханы тип яна. Математиканан имтихандың ҡайһы төрөн һайларға белмәйһегеҙме?

Дуҫтар, һеҙгә ярҙамға Яндекс.Репетитор сервисы Педагогик оҫталыҡ үҙәге менән берлектә тест әҙерләгән. Өс этаптан торған был һорауҙарға яуап биреп, уҡыусылар үҙҙәренең БДИ-ға әҙерлек кимәлен асыҡлай ала. Яндекс.Репетитор сервисының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, теста психологик һәм йүнәлешле, төп имтиханға ҡағылышлы һорауҙар бар. Уҡыусы һынауҙы үткәндән һуң математиканан Берҙәм дәүләт имтиханының ҡайһы төрөн һайларға, әҙерләнгәндә нимәләргә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеге тураһында аныҡ кәңәштәр аласаҡ.
«Был тест БДИ-ның варианты ғына түгел, ә «Сириус» мәғариф үҙәге белгестәре махсус һайлап алған мәсьәләләр һәм психологик һорауҙар. Күп сығарылыш синыфы уҡыусылары имтиханға әҙерләнәм тип, демоверсияға оҡшаш бик күп варианттарҙы эшләй. Әммә бының файҙаһы аҙ, ваҡытты әрәм итеү генә», – ти Педагогик оҫталыҡ үҙәге директоры Иван Ященко.
Берҙәм дәүләт имтихандарын һайларға аҙ ғына ваҡыт ҡалды: бәлки, Яндекс.Репетитор тәҡдим иткән тестың ярҙамы тейер, эшләп ҡарағыҙ, уҡыусылар.
Читайте нас: