+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
29 Ғинуар 2020, 13:52

Аттестатта үҙгәрештәр

Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф министрлығы киң йәмәғәтселеккә фекер алышыу өсөн төп һәм урта белем тураһындағы аттестат тапшырыуҙың яңы тәртибен баҫтырып сығарған.

Әлегә был проект ҡына, әммә ҡанун ҡабул ителһә, илдең бөтә мәктәптәре өсөн дә мотлаҡ буласаҡ.
Беренсенән, рәсем, музыка, физкультуранан «зачёт» баһаһын ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Икенсенән, бынан һуң мәктәпкә йөрөмәй, ғаиләлә белем алған уҡыусыларға аттестат биргәндә Төп дәүләт имтиханынан һәм Берҙәм дәүләт имтиханынан алған баһалары иҫәпкә алынасаҡ.
Тағы бер яңылыҡ XI синыфты яҡшы билдәләргә генә тамамлағандарға ҡағыла. Элек отличник булыу өсөн БДИ-ла математика һәм урыҫ теленән 70-тән кәм балл алмау ҙа етһә, хәҙер тағы бер талап өҫтәлә: үҙ теләгең буйынса һайлап тапшырған фәндәр буйынса ла ыңғай баһа алырға кәрәк. Йәғни балың Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте билдәләгән минималь балдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Яңы аттестат тураһында фекер алышыу 4 февралгә тиклем бара.
Читайте нас: