Был конкурста математика, информатика һәм технология фәндәре тәрәнәйтеп өйрәнелгән һәм был фәндәрҙе уҡытыуҙа һәйбәт һөҙөмтәләре булған мәктәптәр һайлап алынған. Алты миллион һумлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән һәм ул белем усағы өсөн кәрәкле ҡоролмалар һәм йыһаздар, уҡытыусыларға эш хаҡы түләү өсөн тотоноласаҡ.
– Был проект уҡыусыларҙы фән олимпиадаларында, ғилми конференцияларҙа, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге ярыштарҙа ҡатнашырға дәртләндерәсәк. Иң яҡшы уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы (райондың ауыл мәктәптәренән барлығы 30 кеше) – бәйге еңеүселәре һәм призёрҙарҙы Мәскәү ҡалаһына белем биреү экскурсияһына алып барыу планлаштырыла. Проекттың тағы бер мөһим этабы – һанлы технологиялар өлкәһендә һәләтле балаларға ярҙам итеү өсөн остаздар командаһын булдырыу, – тип тә яҙған ул.