+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иҫке Сибайҙа яңы мәктәп төҙөләсәк

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында май байрамдарынан һуң яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ.

Яңы белем биреү учреждениеһы 375 уҡыусыға иҫәпләнгән. Был мөһим объектты төҙөү өсөн республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 360 миллионға яҡын аҡса бүленгән. Белем усағын 2021 йылдың аҙағында тапшырыу күҙаллана.
Әйткәндәй, Иҫке Сибай мәктәбенең әлеге бинаһы 1977 йылда төҙөлгән, былтыр ул авария хәлендә тип табылған.
Читайте нас: