+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

7 майҙа БДИ һәм ТДИ буйынса онлайн-консультациялар үтәсәк

Күп тыңлаусыларҙың һорауы буйынса 7 майҙа Берҙәм дәүләт һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса республика предмет комиссиялары эксперттары онлайн-консультациялар үткәрә.

БДИ буйынса:
Математика буйынса республика предмет комиссияһы рәйесе урынбаҫары, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Владимир Иванович Луценконың онлайн-консультацияһы көндөҙгө сәғәт 3-тән 4-кә тиклем дауам итһә, урыҫ теленән республика предмет комиссияһының өлкән эксперты, филология фәндәре кандидаты, 106-сы «Берҙәмлек» лицейының юғары категориялы уҡытыусыһы Марина Германовна Ситдиҡова көндөҙгө 4-тән 5-кә тиклем уҙғара.
ТДИ буйынса:
Урыҫ теле буйынса республика предмет комиссияһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, доцент Юлиә Владимировна Ошееваның онлайн-консультацияһы көндөҙгө 3-тән 4-кә тиклем уҙа, ә математиканан республика предмет комиссияһының өлкән эксперты, 157-се мәктәптең юғары категориялы уҡытыусыһы Ольга Александровна Фоминаның – көндөҙгө 4-тән 5-кә тиклем.
БДИ-ның төп һылтанмаһы: https://www.youtube.com/channel/UCc2igW5TQ6c2GmtjC2I_K9w/live
БДИ-ның резерв һылтанмаһы: https://www.youtube.com/channel/UCzWsXPaGXicu0XSFIoZJTkw/live
Төп дәүләт имтиханының төп һылтанмаһы: https://www.youtube.com/channel/UCbD_374OmuIy2bCBWuMz4DQ/live
Төп дәүләт имтиханының резерв һылтанмаһы: https://www.youtube.com/channel/UCUSfLdgwFkmOUympHfTmDCQ/live
Унан тыш, имтихандарға әҙерлек буйынса һорауҙарығыҙҙы ла бирә алаһығыҙ: БДИ буйынса [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк, ТДИ буйынса –– [email protected].
Читайте нас: