Балалар коронавирусты сағыштырмаса еңелерәк үткәрә, тиҙәр, әммә ғаиләлә өлкән йәштәге кешеләр булһа, уларға йоҡтороуҙары бар. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин "Башҡортостан" дәүләт телерадио компанияһына биргән интервьюһында белдереүенсә, республикала 750 бала ата-әсәһенең ғаризаһы буйынса дистанцион уҡыуға күскән. Был иҫәптә VI-X синыфтар юҡ. Йәй көнө мәғариф өлкәһендәге федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелгән һәм уның буйынса ата-әсәләрҙең ғариза яҙып, балаларын уҡытыуҙың дистанцион формаһына күсерергә хоҡуғы бар икән. Шулай ҙа министр, уҡыусының һаулығы һәйбәт, өйҙәрендә өлкән йәштәгеләр юҡ икән, мәктәптәрҙә уҡыу яҡшыраҡ, тигән фекерҙә.