Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, полилингваль балалар баҡсалары ла асыласаҡ. Әле үк бындай белем усаҡтарына яҡын урынлашҡан мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында төркөмдәр асыла. Белеүегеҙсә, полилингваль мәктәптәрҙә уҡыусылар туған телдәре менән бер рәттән бер нисә сит телде лә ентекләп өйрәнә. Ә бишенсенән йүнәлешле синыфтарға бүленеп белем алалар.