Был акцияға уңған, егәрле Vlll синыф ҡыҙҙары ҡушылды.
Халҡыбыҙҙың милли ҡамыр ризыҡтары – сәксәк бешереү һәм ҡоймаҡ ҡойоу серҙәренә төшөнөү еңел түгел. Оҫта ҡыҙҙарыбыҙға уларҙы әҙерләргә мәктәп ашнаҡсыһы Зифа инәй өйрәтте. Тәмле сәксәктәрен бешереп, ҡоймаҡтарын ҡойоп бөткәс, йәш хужабикәләр күмәкләшеп сәй эсеп алды. Улар үҙ эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалды.
Руфина ТОҠОШОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Йәнйегет мәктәбе.