+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Февраль , 14:22

Балалар – беҙҙең киләсәк

108-се мәктәп ҙур сара уҙғарҙы: “Бәхетле бала саҡ биләмәһе” тип аталған форумға баш ҡаланан ғына түгел, ә төрлө райондарҙан да ҡатнашыусылар килде. Бындай күләмле осрашыуҙы белем усағы тәүге тапҡыр ойошторҙо.

Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк

Форумда дүрт майҙансыҡ эшләне: ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар һәм мәктәп етәкселәре өсөн айырым секциялар булдырылғайны. Һәр бер кабинетта балаларға ҡағылышлы актуаль мәсьәләләр күтәрелде, хәл итеү юлдары барланды. Әйҙәгеҙ, ҡайһы берҙәренә күҙ һалайыҡ.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн иң файҙалы һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙың береһе Светлана Ғәлиуллина менән булғандыр, тим. Өфө дәүләт нефть техник университеты педагогы, фәндәр докторы Светлана Дмитриевна замандың төп проблемаларының береһенә туҡталды. “Гаджеттарҙың файҙаһы һәм зарары” һөйләшеүенән һәр кем үҙенә һығымта эшәлгәндер. Уҡытыусы телефондың дуҫ ҡына түгел, дошман да була алыуына баҫым яһаны: ул ҡул аҫтында булмаһа, паникаға бирелеү тойғоһо күптәргә таныш, шулай бит? Кемдер яҙғандыр, шылтыратҡандыр тип уйлайһың... Хатта “смартфон арҡаһы”, “киберауырыу”, “селфизм”, “фантом шылтырау синдромы”, “Гугл” эффекты”, “хикикомори” кеүек төшөнсәләр ҙә барлыҡҡа килгән. Бысраҡ гаджетты биткә терәгәндән һуң тире ауырыуҙары эләктереүселәр ҙә байтаҡ. Ә нисек балаларҙы ошо ҡапҡандан сығарырға һуң? Белгес ата-әсәләргә ул-ҡыҙҙары менән йышыраҡ аралашырға, ваҡытты смартфонһыҙ үткәрергә кәңәш итте. Икенсе яҡтан, сәғәткә ҡарап телефонды тартып алыу файҙаһыҙ – тыйылған емеш татлыраҡ була... Шуға баланы ҡыҙыҡтырырлыҡ шөғөлдәргә иғтибар итеү мөһим. Психолог менән һөйләшеп алыу ҙа ҡамасау итмәйәсәк.

Баланы ҡыҙыҡтырыу, тигәндән. Хәҙер “Беренселәр хәрәкәте” тигән бик яҡшы ойошма эшләй. Форумға уның вәкилдәре лә килгәйне. Хәрәкәттең етәксе урынбаҫары Заһит Ишбулат улы Ғүмәров төбәгебеҙҙә инде 1300 филиал уңышлы ғына эшләүен белдерҙе, уларға ҡушылырға әйҙәне. Әле 12 йүнәлеш буйынса балаларҙың һәләтен үҫтерәләр, улар үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итә, буш ваҡыттарын файҙалы үткәрәләр. Мәҫәлән, йәш армеецтар төрлө патриотик сараларҙың уртаһында ҡайнай.

Ата-әсәләр психолог Елена Вячеславовна Овсянникова менән дә ихлас аралашты, һорауҙар бирҙе. Ҡайһы бер балаларҙың төшөнкөлөккә бирелеп, бер ни эшләгеһе килмәгән ваҡыттары була. Мәктәп тарафынан ҙур талаптар ҡуйылыуы, түңәрәктәр күплеге, ғаиләләге стресс тыуҙыра уны. “Ошондай мәлдә балаға ваҡыт бүлеү зарур: киноға, бассейнға, магазинға, массажға бергәләп бараһығыҙмы, икәүләп тәмлекәс бешерәһегеҙме, әллә, киреһенсә, үҙегеҙгә ял биреп, бер көндө эшһеҙ генә үткәрәһегеҙме – үҫмер таянысығыҙҙы, аңлауығыҙҙы тойһон”, – тине белгес. Төрлө психологик һорауҙар яҙылған өҫтәл уйындары ла һатыла хәҙер – бәлки, улар бала күңелен нығыраҡ аңларға ярҙам итер.

Оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы булды, бер нисә мәктәп үҙҙәре хаҡында презентация әҙерләп килтергәйне. Мәҫәлән, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһының Уҡыусылар советы үҙҙәренең ҡоролошо менән таныштырҙы, һайлауҙар нисек үтеүе хаҡында бәйән итте. Вице-мэр, министрҙар һәр береһе үҙ эшен еренә еткереп башҡара, тип билдәләне директор Артур Бикйәнов.

Сара барышында фойела робокүргәҙмә эшләне: трансформерҙар йөрөнө, дрондар осто, автомобилдәр геүелдәне. “Китап” һәм “Педкнига” нәшриәттәре үҙ тауарын тәҡдим итте. Ғөмүмән, Ғаилә йылы айҡанлы үткәрелгән форум һәр ҡатнашыусыға файҙалы булды.

Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Балалар – беҙҙең киләсәк
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: