+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң-иңдәр йыйылған бында

Башҡортостандың иң шәп белем усаҡтарының береһе – республика инженер интернат-лицейының XI “А” синыфын 24 егет тамамлай.

Иң-иңдәр йыйылған бында
Иң-иңдәр йыйылған бында

“Олимпиада синыфы” проекты буйынса асылып, айырым программа буйынса уҡыған улар. Ысынлап та, иң-иңдәр йыйылған бында. Вадим Харисов, Ильяс Моталов, Карам Сөләймәнов, Артур Нуретдинов, Роберт Мәҡсүтов – Башҡортостан Башлығы стипендиаттары. Күптәре төрлө кимәлдәге олимпиадалар еңеүселәре һәм призёрҙары. Барыһы ла тиерлек Рәсәйҙең “Сириус” белем биреү үҙәгенә барып уҡып ҡайтҡан. Ә унда конкурс буйынса һайлап ҡына алалар.
  – Лицейҙа белем биреү кимәле юғары. Шулай уҡ уҡытыу форматының да икенсерәк булыуы ҙур йоғонто яһай: синыфташтар гел бергәбеҙ, берәй теманы аңламаһаҡ, бер-беребеҙҙән һорашырға була. Бында, әлбиттә, матди-техник база ла яҡшы. Ошолар, минеңсә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген бирә, – ти староста Илдар Усманов. Әҙәбиәт, информатика буйынса олимпиалар призёры ул.
  – Синыфта белем кимәлдәре буйынса бер тиң балалар йыйылған, шуға ла үҙ-ара ярышып, кәрәк булһа бер-береһенә ярҙам итеп, тырышып уҡыйҙар. Ғилем алыу теләге ныҡ көслө уларҙа. Олимпиадаға әҙерлек йүнәлешендә дәрестәр күп, – тип өҫтәй синыф етәксеһе Асия Шәрифйән ҡыҙы Әхмәтова.
Республика инженер интернат-лицейына конкурс нигеҙендә һәләтле балаларҙы һайлап алалар шул. Егеттәр барыһы ла лицейҙың “Орбита” олимпиадаһында ҡатнашып, ҡабул итеү имтихандарын тапшырып уҡырға ингән.
Стипендиат Карам Сөләймәнов быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында информатика буйынса абсолют еңеүсе булған. VIII синыфта уҡығанда уҡ туғыҙынсылар менән ярышып, республика бәйгеһендә ҡатнашҡан һәм уңышҡа өлгәшкән ул.
Учалы егете Данил Моталлапов химия буйынса көслө. Ә Сибайҙан Ильяс Ғөбәйҙуллин – информатиканан республика һәм федераль исемлеккә ингән бәйгеләр призёры.
    – Мин бында 2018 йылдан белем алам. Ошо ваҡыт эсендә лицей үҙемдең һәләтемде төрлө йүнәлештә асырға, шул иҫәптән олимпиада эшмәкәрлегендә, конференцияларҙа уңышҡа өлгәшергә мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Еңеүҙәр өсөн 2021 йылда “Артек”ка юллама менән бүләкләндем. Урал федераль университеты ойошторған "Изумруд" халыҡ-ара олимпиадаһында еңеүсе һәм бер нисә тапҡыр призёр булыуым юғары уҡыу йортона урыҫ теленән 100 балл менән уҡырға инеү мөмкинлеге бирә, – ти стипендиат Роберт Мәҡсүтов.
Әйткәндәй, ул Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында инглиз теленән дә призёр булған. Йөҙөү буйынса спорт секцияһында шөғөлләнергә лә ваҡыт тапҡан: икенсе өлкәндәр разрядына эйә. “Калинка” спорт бал бейеүҙәре халыҡ ансамблендә лә бейей икән. Илебеҙҙән ситтә лә сығыш яһағандар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡандар. Бына шулай төрлө яҡлап үҙеңде үҫтерергә мөмкин мәктәп йылдарында. XI "А"-ларҙың күбеһе химия һәм информатика буйынса көслө. Химия буйынса остаздары Айнур Ғүмәров булһа, информатиканан – Вадим Ниғмәтуллин.
Илдар Усманов, Карам Сөләймәнов, Ильяс Моталов, Рауил Хөснөтдинов, Максим Лапшин, Роберт Мәҡсүтов, Артур Нуретдинов, Ильяс Ғөбәйҙуллин, Инсаф Ғарифуллин һәм башҡалар төрлө олимпиадаларҙа еңеүгә өлгәшеп, республика инженер лицей-интернатының данын күтәрҙеләр. Йәш талантлы химик Вадим Харисов һуңғы ике йылда Бөтә Рәсәй буйынса ғына түгел, халыҡ- ара олимпиадаларҙа ла еңеүсе булып, үҙҙәренең белем усағын бөтә донъяға танытты.
Илеш егете Инсаф Ғарифуллин иһә информатика буйынса республика олимпиадаһы, федераль исемлеккә ингән "Киләсәккә аҙым" бәйгеһендә призлы урын алған.
– Татарстандағы Иннополис университетында уҡыясаҡмын. Унда инглиз теле буйынса әңгәмәләшеү, информатика һәм математиканан тест үттем, – ти ул.
Ун беренселәрҙең барыһы ла тиерлек ниндәй юғары уҡыу йортонда белем аласаҡтарын билдәләп ҡуйған да инде. Алдан уҡ алдарына маҡсат ҡуйып, шунда уҡырға килеп, тырышып әҙерләнгән бит улар.
Егеттәр лицей тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан. Әйтәйек, Вилдан Бикйәнов белем усағының йәштәр союзы президенты итеп һайланған һәм ике йыл уңышлы эшләгән. Лидерлыҡ сифаттары, эш программаһы оҡшаған лицеистарға. Шуға ла уны президент итеп һайлағандар.
– Һәр беребеҙҙең тормошон ҡыҙыҡлыраҡ итер, төрләндерер өсөн төрлө ижади саралар, конкурстар, байрамдар ойошторҙоҡ. Математика, информатика фәндәре оҡшағанға был лицейға уҡырға килгәйнем. Бик матур булып иҫтә ҡаласаҡ бында белем алған йылдар, – ти Вилдан.
Сығарылыш синыфы уҡыусылары, уларҙың уҡытыусылары, атай-әсәйҙәр өсөн бөгөн тантаналы көн. Мәктәп йылдары, ҡыңғырау сыңдары бала саҡтың иң сағыу иҫтәлеге булып хәтерҙәрендә һаҡланыр. Алдағы һынауҙарҙы ла уңышлы үтеүегеҙҙе теләйбеҙ. Изге, уй-теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, ун беренселәр!

 

Иң-иңдәр йыйылған бында
Иң-иңдәр йыйылған бында
Иң-иңдәр йыйылған бында
Иң-иңдәр йыйылған бында
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: