+11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй буйынса - өс призер!

Иҡтисад буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Рәсәй буйынса - өс призер!
Рәсәй буйынса - өс призер!

Был турала "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенән хәбәр итәләр. Сара Мәскәү өлкәһендә уҙғайны.
Унда республикабыҙҙан 6 һәләтле егет ҡатнашты. IX синыфтар араһында Стәрлетамаҡтағы 3-сө республика башҡорт интернат-лицейынан Руслан Әминев призлы урын яуланы. Остазы - Руслан Ғабдрахманов.
Руслан Әминев тураһында "Йәншишмә" гәзитендә яҙғайныҡ: yanshishma.com/articles/m....

Унынсылар араһында Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназиянан Никита Панченко (етәксеһе - Евгений Галкин), ун беренселәр араһында В.Комаров исемендәге 62-се полилингваль күп профилле лицейҙан Никита Комиссаренко (етәксеһе - Ирина Никифорова) призёр исемен яуланы. Ҡотлайбыҙ!

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас