Һәр көн иртән әсәй, улым, тиеп
Башҡайымдан hыйпап уята.
Ә ҡайҙалыр hуғыш бара, мине
Ауыр хистәр борсой, уйлата…
Һуғыш тамамланыуға – етмеш өс йыл. Шөкөр, мин үҙем дә, атай-әсәйем дә, олатайым-өләсәйем дә уны күрмәнек. Был турала ишетеп кенә беләбеҙ. Рәхимhеҙ hуғыш илебеҙ халҡына әйтеп бөтөргөhөҙ ҡайғы-хәсрәт килтерә. Кемдәрҙеңдер ирҙәре йә улдары, аталары Ватан өсөн яу ҡырҙарында мәңгегә ятып ҡала. Аслыҡтан тилмереп үлеүселәр ҙә күп була.
1941 йылдың 22 июнендә илебеҙгә Германия фашистары баҫып ингәс, ҡартатайымдың атаhы Саҙретдин, ағайҙары Фәтхелислам, Шәйхенислам, Ғәйнислам, ҡустыhы Нурислам hәм ҡартатайым Хәйрислам үҙе теләп фронтҡа китә. Ҡартәсәйем бер юлы 6 ғәзиз кешеhен яуға оҙата.
Хәйрислам ҡартатайым hуғыштың тәүге көндәренән үк үҙ-үҙен аямайынса дошман менән көрәшә, күп иптәштәрен үлем тырнағынан ҡотҡара. Әсирлеккә эләгеп, уның мәхшәрҙәрен үҙ елкәhендә татырға тура килә уға. Дүрт туғаны hәм атаhы өсөн ҡайтыу тураhындағы уйҙар хыялда ғына ҡала. Уларҙың ғәзиз башҡайҙары ят ерҙәрҙә беҙҙең бәхетле тормошобоҙ өсөн ятып ҡала. Ҡартәсәйемдең йөрәгендә мәңгелек хәсрәт уттары ҡабыҙып, хәбәрhеҙ юғалды, тигән «ҡара ҡағыҙ» ғына килә.
Хәйрислам ҡартатай 1945 – 1946 йылдарҙа Япон hуғышында ла ҡатнаша. 1946 йылда ғына яугир ауылға ҡайта. Һуғышта алынған тән, йән йәрәхәттәре, яуаплы эштәр ҡартатайымдың сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата. 1984 йылдың 4 мартында ул беҙҙе мәңгелеккә ташлап китә.
Хәйрислам ҡартатайым үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, ҡаһарман hуғышсы итеп күрhәтә. Дан ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Хеҙмәт ветераны» һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан hуң тыуған Яңы Тимешкә ауылында ғүмеренең hуңғы көндәренә тиклем тимерсе булып эшләй. Фронттан ҡайтҡас, ҡартәсәйем Сажиҙә менән танышып, ғаилә усағы ҡабыҙып ебәрәләр. Улар 9 балаға ғүмер бүләк итә. Тормоштоң ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһенә яҡшы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыралар. Иң олоhо – минең олатайым Миңлеислам.
Ҡартатайым фронттан ҡайтҡансы Сажиҙә ҡартәсәйем тракторсы булып эшләгән. Кейәүгә сыҡҡас, тулыһынса ғаилә тормошона сума.
Олатайымдың нәҫеле бик уҡымышлы булған, ислам дине ҡанундарын боҙмайынса теүәл үтәгәндәр. Олатайым Миңлеислам да мулла вазифаһын башҡара. Дингә уны атаhы, ҡартатайым Хәйрислам ылыҡтыра. Ул бит Ҡөръәнде яттан белгән, биш намаҙын ҡалдырмайынса уҡып барған, ураҙа тотҡан.
Фамилиябыҙҙа ла оло мәғәнә ята. Сәйфетдин ислам ҡылысы тигәнде анлата.
Беҙ йыл һайын 9 Майҙа Бөйөк Еңеүгә бағышланған байрам парадын ҡарарға барабыҙ. Унда күкрәктәренә орден-миҙалдар таҡҡан сал сәсле ветерандарҙың фотоhүрәттәрен күргәс, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән кешеләргә ҡарата күңелебеҙҙә рәхмәт хисе уяна.