Музейға килеүселәр һуғыш ҡоралдары макеттарын да ҡыҙыҡһынып ҡарай. Улар араһында билдәле «Катюша», Т-34 һәм немец танкыһы «Пантера» бар. Был экспонаттар тарих менән мауығыусы урындағы рәссам тарафынан эшләнеп, мәктәп музейына бүләк ителгән. Ошонда уҡ «Етенсе күк» авиамодель түңәрәгендә шөғөлләнгән уҡыусылар яһаған самолёт һындарын күрергә була.
Һәр уҡыу йылы, йола булараҡ, I синыф уҡыусыларының Дан музейына экскурсияһынан башлана. Быйыл да шулай булды. Бәләкәстәр һалдат каскаһы, фляшка, снаряд гильзалары, миҙалдар менән бик ҡыҙыҡһынды.
Музейыбыҙҙа, экскурсияларҙан тыш, Бөйөк Ватан һуғышына, уның геройҙарына арналған синыф сәғәттәре, «Батырлыҡ дәрестәре», һуғыш ветерандары, локаль һуғышта һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар, армия сафына алыныусылар менән осрашыуҙар үтә. Ҡала мәктәптәренән уҡыусылар, студенттар, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм башҡа ҡунаҡтар килә.
Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙа. Беҙ шундай музейыбыҙ булыуына ғорурланабыҙ.