-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
21 Июнь 2019, 13:39

Хөрмәтләп иҫкә алабыҙ

Әсәйем яғынан ҡарт ҡартатайым – Ғәлимйән Сәләхетдин улы Ишмөхәмәтов 1896 йылда Ейәнсура районының Малай Муйнаҡ ауылында тыуа. Үҙенә уҡыу эләкмәһә лә, бик зирәк кеше була. XX быуаттың 40-сы йылдарында ауылда ул ғына ҡултамға ҡуя белгән, шуның өсөн дә Ҡарағайтуғай ауылына колхоз рәйесе итеп ҡуялар.

Халыҡтың тамағы туймаған, кейергә кейем етмәгән саҡтар була. 1942 йылдың яҙында сәсеүҙән һуң бер тоҡ бойҙай артып ҡала. Уны Ғәлимйән ҡартатайым ауыл халҡына, кеше башына бүлеп, таратып бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында ҡара уйлы ошаҡсылар ҙа бу­ла. Яҡын ғына туған тейеш кеше район үҙәгенә барып, был «башҡа һыймаҫ» хәлде һөйләп бирә: йәнәһе лә, етәксе Ишмөхәмәтов кол­хоз байлығын таратып ята. Ҡартатайымды аслыҡтан интеккән ауылдаштарының хәлен еңеләйтергә тырыш­ҡаны өсөн төрмәгә ултыртырға тейеш булалар. Шулай ҙа үҙен аҡлай­ҙар. Ул үҙе теләп, фронтҡа китә.

Ҡартатайым 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында бер командирҙы йөрөтә – күсер була. Германияға тиклем барып етә. 1945 йыл­да тыуған ауылына ҡайтып төшә. Сит илдән ғаиләһенә матур-матур күстәнәстәр алып ҡайта: ебәк юр­ған, ун биш йәштәрҙәге өлкән ҡы­ҙына күлдәк, юғары сортлы он. Был бүләктәр ябай халыҡтың төшөнә лә инмәгән. Тик уға тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә яҙмай. Ауылдағы ауыр эш, фронт яралары үҙенекен итә. Бер мәл ҡаты ауырып китә. Ҡартатайым һуғыштан ҡайт­ҡас: «Өс кенә йыл йәшәһәм дә, үкенмәҫ инем», – тип әйтер булған. Юрағаны юш килә: 1948 йылда, һуғыштан ҡайтыуына өс йыл үткәс, 52 генә йәшендә ул, рядовой, колхоз рәйесе Ғәлимйән Сәләхетдин улы, баҡыйлыҡҡа күсә.

Күпме ваҡыт уҙһа ла, беҙ үҙен онотмайбыҙ. Гел хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Камилә ИСМӘҒИЛЕВА.
Салауат ҡалаһы, 25-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: