-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек ут
22 Июнь 2023, 12:58

Берлинғаса барып еткән

Олатайыбыҙ Шәйхислам Иҙрис улы Вәлитов Хәйбулла районының Солтанғужа ауылында 1923 йылдың 5 сентябрендә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышына 1941 йылда саҡырыла.

Белоруссия фронтына эләгә, миномётсы булып хеҙмәт итә, «Иң яҡшы миномётсы» билдәһе менән бүләкләнә. Батырҙарса һуғыша ул. «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалын бирәләр. «1941 – 1945 йылдарҙағы Ленинград өсөн алышта Волхов фронты ветераны» исеменә лайыҡ була. Берлинғаса барып еткән. «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн»,«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Беҙҙең олатайыбыҙ – шулай уҡ 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Октябрь Революцияһы, «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры. Ике «Батырлыҡ өсөн», юбилей миҙалдары бар. 1947 йылда тыуған яғына гвардия сержанты дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта.
Һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар механизатор булып эшләгән, сиҙәм ерҙәр­ҙе үҙләштереүҙә ҡатнашҡан. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Беҙ олатайыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Вилиә ВӘЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: