Поэма
97 йәштә бөгөн
Ауылыбыҙ ағинәйе.
Гүзәл ҡартөләсәй миңә
Был тарихты һөйләгәйне.
Ҡырҡ беренсе йылда улар
Ун класты тамамлаған.
Кисәнән һуң барыһы бергә
Ҡыҙҙар тауына юлланған.
Тау башында таң ҡаршылап,
Хыялдарын һөйләгәндәр.
Бар ауылды яңғыратып,
Матур йырҙар көйләгәндәр.
Шунда Батыр тигән егет
Гүзәл ҡыҙға әйткән серен:
«Йөрәгемдә ғүмерлеккә
Тик һин генә берҙән-берем».
Гүзәл дә яратҡан уны,
Һыйынған да һөйгәненә
Әйткән: «Һин дә күптән минең
Күңелемдә, йәнгенәмдә».
Вәғәҙәләр бирешкәндәр
Ташлашмаҫҡа бер ҡасан да.
Уҡырға йыйынған улар
Икеһе лә бер ҡалаға.
«Мин рәссам буласаҡмын!» – тип
Батыр әйткән Гүзәленә.
Ҡыҙ әйткән табип һөнәрен
Йөрөткәнен күңелендә.
...Шул саҡ күргән улар аҫта
Ығы-зығы килгән халыҡ.
Йыйылышҡан кешеләргә
Торған былар хайран ҡалып.
Хәүеф һиҙеп, йәштәр йәһәт
Йүгергән ауылға табан.
«Герман беҙгә һуғыш асҡан
Иҫкәрмәҫтән бөгөн таңдан».
Хәрби кейемдәге кеше
Шулай тиеп башланы һүҙ:
«Ил һаҡларға хәҙерҙән үк
Сафҡа баҫырға тейешбеҙ!»
Унды бөткән ун егет тә
Фронтҡа тип яҙылдылар.
Бер көн эсендә йыйынып,
Изге юлға ҡуҙғалдылар.
«Мин дә барам һуғышҡа!
Ебәрегеҙ курсҡа!
Шәфҡәт туташы булам,
Дошмандан үсем алам!»
Шулай тигән Гүзәл дә.
Өс ай уҡып бөтөүгә
Тура киткән фронтҡа,
Илгә хеҙмәт итергә.
Көнө-төнө ут эсендә
Яралылар бәйләгән.
Батырының яу ҡырында
Һау ҡалыуын теләгән.
Тағы теләгән үҙҙәрен
Яҙмыш осраштырһын тип.
Мөғжизәгә ышанған да
Көткән ҡыҙ янып-көйөп.
Араларҙа хат йөрөгән –
Һөйөү тулы сәләмдәр...
...Ут ҡойоно, ғәрәсәткә
Нисек түҙә әҙәмдәр?
Нисек түҙә һалдат йәне,
Нисек түҙә Ер үҙе?
Утта янған, ҡанға тулған
Дүрт йыл буйы ер йөҙө.
...Бер көн шулай госпиталдә
Күрҙе Гүзәл таныш йөҙ.
Аһ, был уның Батыры бит,
Ҡапыл ҡалды ул өнһөҙ...
Һалдат яраһыҙ буламы,
Дауалар уны Гүзәл.
Пуляһын алғас тәненән,
Батыры сабыр, түҙәр.
Яҙмышына мең рәхмәтле
Булды был осрашыуға.
...Тик һанаулы көн тиҙ үтте,
Мәл етте хушлашырға.
Яраһы бер аҙ уңалғас,
Егет ашҡынды яуға.
Ниндәй бәхетле ул бөгөн,
Гүзәле бына янда.
Һөйөү һәм наҙ менән тулған
Бергә аттырған ул таң.
Әйтерһең, Ҡыҙҙар тауында
Улар яңынан булған.
...Инде Совет ғәскәрҙәре
Дошманды ҡыра-ҡыра,
Илендә дөмөктөрөргә
Берлинға табан ҡыуа.
Иртән китте егет яуға,
Ҡыуып үҙенең частарын.
Берлин ҡаршы алды майҙа
Данлы совет ғәскәрен.
«Беҙ еңдек! Һуғыш бөттө! – тип
Батыр яҙҙы Гүзәлгә.
Иртәгә байраҡ ҡаҙайбыҙ
Рейхстаг түбәһенә!»
...Эй, һөйөндө бөтә халыҡ,
Ҡыҙ хатты үбеп алды.
Унда төшөргән рәсемде
Ҡәҙерләп кенә һалды.
...Ә иртәгә Гүзәлгә бер
Сәйер хат тапшырҙылар.
Әйтерһең, шул ҡағыҙ менән
Ут-ялҡын тотторҙолар.
Рейхстагҡа менгән саҡта
Пуля тейгән Батырға.
Ул байраҡты иптәшенә
Өлгөргән тапшырырға.
...Еңеү күҙ йәштәре менән
Килде шулай һәр кемгә.
...Батыр ҡалды Трептов паркта,
Гүзәл ҡайтты иленә.
Мөхәббәт емеше булып,
Тыуҙы улдары – Йәдкәр.
Атаһының иҫтәлеге
Әсә тормошон йәмләр.
Һөйөүенә тоғро ҡалып,
Йәшәне Гүзәл яңғыҙ.
Улын кеше итәм тиеп,
Эшләне алһыҙ-ялһыҙ.
Хәҙер Йәдкәр үҙе атай,
Олатай булды инде.
Талантлы, танылған рәссам
Данланы Тыуған илде.
Тиҙҙән уның да ейәне,
Ә Батырҙың бүләһе
Мәктәпте тамамлаясаҡ,
Их, шуларҙы күрәһе...
Улар ҙа таң ҡаршыларға
Менер Ҡыҙҙар тауына.
Хыялдарын уртаҡлашыр
Оло тормош таңында.
Тик был йәштәр үҙ һуҡмағын
Тапһын тыныс тормошта.
Эй, Хоҙайым, зинһар, берүк
Юлдарын ас яҙмышҡа.
Имен булһын илдәребеҙ,
Тыныс булһын донъялар.
Шулай тип ҡартөләсәйем
Уҡый изге доғалар.
...97 йәштә үҙе,
75 йыл яңғыҙы.
Әйтерһең, Ҡыҙҙар тауында
Туҡтап ҡалған яҙмышы.
Ә мин ҡартолатайымдың
Дауам итәм ырыуын.
Беҙ – хәтер йәшәтер нәҫел,
Тарих йәшәтер быуын.
2 – 3 апрель, 2021 йыл.