Михаил Иванович Рабовалюк 1915 йылдың октябрендә крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Күрше Баландин ауылындағы мәктәпкә йәйәү йөрөп белем ала. Шунан зоотехник һөнәренә эйә була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән булып фронтҡа – фашист илбаҫарҙарын ҡыйратырға китә.
Лейтенант Рабовалюк уҡсылар полкында взвод командиры була. 1945 йылдың 15 ғинуарында Варшаванан төньяҡта дошман оборонаһын өҙгәндә уның етәкселегендәге взвод фашистарға туҡтауһыҙ ут яуҙырып, совет ғәскәрҙәренә етеҙ алға барырға, Висла йылғаһын уңышлы кисергә ярҙам итә. Ҡыйыу Михаил яуҙаштарына батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Ошо мөһим алыш өсөн яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.
Бөйөк Еңеүгә өс ай ҡалғас, 1945 йылдың 10 февралендә, ҡаты яуҙарҙың береһендә Михаил Иванович һәләк була.
Ул һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктә йәшәр. Ауылдаштарыбыҙ, урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашып, Михаил Рабовалюкҡа һәйкәл ҡуйырға йыйына. Ул беҙ – илһөйәр балалар яратып йыйыла торған урынға әйләнер, тип уйлайым.
Карина ХАРРАСОВА,
IX синыф уҡыусыһы.
Әлшәй районы.