+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һандуғас моңо

Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА

Лагерь сәхнәһе өсөн

ҠАТНАШАЛАР:

Көнһылыу – 10 – 11 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала.

Ғәҙелша – Көнһылыуҙың атаһы – ырыу башлығы.

Айбикә – Көнһылыуҙың әсәһе.

Көнбайыш табибы.

Көнсығыш бағымсыһы.

Аҡһаҡал –Тауҙар илендәге Яҡтыгүл ҡарты.

Беренсе күренеш

Матур итеп йыйштырылған бүлмә. Көнһылыуҙың йоҡо бүлмәһенең ишеге күренеп тора. Шаршау асыл­ғанда Айбикә сигеү сигеп ултыра, Көнһылыу китап уҡый. Яғымлы итеп әсәһенә ҡарап-ҡарап ҡуя, ҡулдары менән уҡып ултырған әкиәтенең эстәлеген һөйләргә тырышып, ымлап-ымлап ала, ҡулы менән нимәлер күрһәтә, көлөп тә ебәрә. Уға ҡыҙыҡ, күрәһең. Хәсрәткә батҡан Айбикә урынынан тора,ҡыҙы янына килә лә эргәһенә ултыра, ипләп кенә сәсенән һыйпай, үҙе алдына һағышлы һөйләнә. Әлбиттә, ҡыҙы уға иғтибар итмәй…Айбикә. Эй, балаҡайым, бер аҙна ваҡыт үтеп китте, һинең һаман да телең асылмай ҙа ҡуя, ишетмәйһең дә. Үҙеңде күпме табиптар ҡараны – файҙаһы теймәне… Хәлең һаман да элеккесә. Атайың яңыраҡ хат еткән ергә – хат, ат еткән ергә ат ебәр­ҙе – барыһынан өмөтләнеп ярҙам һораны. Бына, бына килеп етерҙәр, ти. Көнбайыш юлдан да, көнсығыш юлдан да күҙҙәрен алмай…Кем генә һине сихырланы икән, балаҡайым? Белгән булһам, «Ҡарға бутҡаһы» байрамына аяҡ та баҫмаған булыр инек… Тышта ат бышҡырған, ҡыңғырау тауышы ишетелә. Айбикә ҡапыл түҙемһеҙләнеп һикереп тора, сигеүен йәшереп, өмөтләнеп, ҡулдарын күкрәгенә ҡуйып, инеүселәр­ҙе көтә.Айбикә. Хоҙайым, ҡайһы илдән килде икән был табип? Ҡыҙым элекке хәленә ҡайтһа, унан бер нәмәне лә: алтынын да, көмөшөн дә, аҫыл таштарын да, өйөр аттарын да йәлләмәм-бирермен, тигәйне атаһы…Бер аҙҙан Көнбайыш табибы кейемендә ҡара ҡалпаҡлы, ҡулына сумка тотҡан, оҙон буйлы кеше менән Ғәҙелша килеп инә. Уны өйҙәгеләр менән таныштыра.Ғәҙелша. Күптән көткән табипты егеттәр ҡаршы алды, яҡшылап, хөрмәтләп һыйланылар. Хәҙер Көн­һылыуҙы ул ҡарар. Әсәһе, барығыҙ ҡыҙыбыҙҙың бүлмәһенә, шунда аулаҡ булыр…Өсәүләп Көнһылыуҙың бүлмәһенә инеп китәләр.Ғәҙелша. Башым етмәй был хәлгә. Ниндәй матур байрам боҙолдо. Уйнап-көлөп, бейеп, йола ашын ҡар­ғаларға таратып ҡыуанған балалар өҫтөн ҡайҙан килеп сыҡҡан йәшел томан ҡаплаған?.. Ҡояшлы, сыуаҡ ине бит көтөп алған был яҙғы көн.Сәскә йыйып йөрөгән ҡыҙымды ниндәйҙер ялтыр ҡоштар саҡ алып китмәгән… Ярай әле үҙебеҙҙең ҡар­ғалар шаулашып ҡаплап, ҡотҡарып алып ҡалған. Тик шул көндән башлап телһеҙ ҡалды, хатта ишетмәй ҙә… Кем генә ҡотҡарыр икән ҡыҙыбыҙҙы, ниндәй дауа кәрәк икән уға – әлегә бер кем дә белмәй… (Ултыр­ған килеш башын аҫҡа эйә, ҡулы менән маңлайын тота.) Белмәйем…Табип сыға, Ғәҙелша ырғып килеп тора.Ғәҙелша. Йә, нисек?Табип. Ҡыҙығыҙ имен-һау. Баш ағзалары ла теүәл. Үҙем белгән бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаландым, яҡшылап тикшерҙем. Кәрәкле дарыу­ҙар ҡалдырҙым – эсһен. Һис шикһеҙ төҙәлер.Һөйләшә-һөйләшә яйлап сығып китәләр. Ут һүнә.

Икенсе күренеш

Көнһылыу үҙе яратҡан ҙур, матур ҡурсағы менән уйнап ултыра – оҙон сәсен үрә, ҡашмау кейҙерә. Ниндәйҙер йыр йырлай – ауыҙы асыла, ләкин тауышы сыҡмай. Уның бүлмәһенең ишеге янында әсәһе күренә. Ҡыҙына ҡарай ҙа яулығы менән ауыҙын баҫып, шым ғына илай. Тышта үҙ-ара һөйләшкән ирҙәр тауыштары ишетелә.Ғәҙелша. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡыҙым өйҙә ултыра, күптән урамға сыҡҡаны юҡ, ояла шикелле.Айбикә ҡыҙы янына килә, ипләп кенә сәсенән һыйпай, сит кеше килгәнен белгертә. Көнһылыу ҡурсағын йоҡо бүлмәһенә алып инеп китә. Ғәҙелша Көнсығыш бағымсыһы менән инә. Ул ялтырап торған кейемдә, башына ап-аҡ сәллә ураған. Айбикә уны сәләмләй, ултырырға урын күр­һәтә.Бағымсы. Ярай, ярай… Әле сәй эскәндә лә оҙаҡ һөйләштек. Өс-дүрт көн буйы дөйә өҫтөндә ултырып та арылған. Әле йыуынып индем. Ҡайҙа ҡыҙығыҙ? Ҡарайыҡ, зәхмәт ҡағыл­ғандыр уға: доғалар уҡыйыҡ, өш­көрәйек, тиҙҙән һауығып та китер балаҡай… (Бағымсы яурынына элгән күн сумкаһынан доға китабы сығара.)Ғәҙелша. Әсәһе, ҡыҙыбыҙ янына был юлы үҙем инәйем…Бағымсы менән Көнһылыуҙың йоҡо бүлмәһенә үтәләр. Бер аҙҙан уҡыған, өшкөргән тауыш ишетелеп ҡала.Айбикә. Көнбайыш табибы биреп ҡалдырған дарыуҙар ҙа килешмәне… Тел асҡысы һаман асылманы… Эй, Хоҙайым, әгәр мөмкин булһа, үҙемдең тауышымды бирер инем балаҡайыма. Йөрәгем сығып бара (йөрәген баҫып, сайҡалып ултыра). Көнсығыш доғалары ки­леш­һә генә ярар ине. Элекке кеүек әхирәттәре менән уйнап-көлөп йөрөр ине… Улары көн һайын килеп, инәлә-инәлә бергә йөрөргә саҡыра. Сыҡмай. Хәҙер, ана, бөтә нәмәнән мәхрүм булып, өйҙә моңайып ултыра, башын да күтәрмәй, китап уҡый ҙа китап уҡый… (Шым ғына илай, ҡыҙының бүлмәһенән сығып килеүселәрҙе күргәс, тора, һораулы ҡараш менән иренә ҡарай.) Йә, атаһы, хәле нисек ҡыҙыбыҙҙың?..Ғәҙелша. Ҡыҙыбыҙ арбау тәьҫирендә йоҡлап китте…Бағымсы. Бер йоҡлағас, өс көн, өс төн йоҡлар… Шунан һуң һауы­ғып китер… Үҙегеҙ тынысланы­ғыҙ… Күңелен күтәрегеҙ ҡыҙы­ғыҙ­ҙың… Сәхрәләргә алып сығығыҙ, бәлки, ҡоштарҙың һайрауын ишетер, ялан аяҡ йомшаҡ үләндә йөрөтөгөҙ, һыу буйына алып барығыҙ.

Өсөнсө күренеш

Айбикә менән Ғәҙелша моңайып ултыра.Айбикә. Бағымсының доғалары ла килешмәне. Көнһылыу хәҙер бүлмәһенән дә сыҡмай башланы. Хатта китаптары менән бергә йоҡлай, бесәйе менән генә уйнай. Хәҙер элек яратҡан матур уйынсыҡтарына әйләнеп тә ҡарамай.Ғәҙелша. Кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәйем, әсәһе…Айбикә (иламһырай). Ғүмерлеккә шулай ҡалырмы икән ҡыҙыбыҙ… Ярты үлек хәлендә йөрөйөм… Йөрәгем өҙөлөп бара…Тышта һөйләшкән тауыштар ишетелә, ашығып Ғәҙелша тора.Ғәҙелша. Егеттәр кемделер ҡаршы алды. Ипле генә һөйләшәләр, әйтер­һең дә, берәүҙе ҡурҡытыуҙан шөрләйҙәр кеүек… Хәҙер, әсәһе…Сыға, тиҙ генә бер ҡартлас менән килеп инә. Ул ҡулына бәләкәй генә талдан эшләнгән ситлек тотоп алған. Һаулыҡ һорашҡас, уның яғымлы йөҙөн күреп, Айбикә тыныс­ланғандай була.Ғәҙелша. Был хөрмәтле Аҡһаҡал тауҙар иленән, беҙҙән алыҫта йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙән килгән. Беҙҙең ҡайғыны ул яҡта ла күптән беләләр.Аҡһаҡал. Эйе, ебәргән илсегеҙ беҙгә лә ҡыҙығыҙҙың бәләгә ҡалыуын, бер бағымсының да уға ярҙам итә алмауын хәбәр итте. Мин дә сир хаҡында күп уйландым, тәбиғәттән ярҙам һораным. Һеҙҙең йәйрәп ятҡан икһеҙ-сикһеҙ киң далағыҙҙа минең ҡулымдағы нәмә юҡ. Был – бәләкәй генә, ыуыҙ һайрар теле лә әлегә асылмаған, Урал тауы араһында ятҡан йәмле Яҡтыкүл һандуғасының балаһы. Ул әсәһенең моңло тауышын бер таң ғына ишетеп өлгөрҙө… Әгәр ҙә ошо гүзәл ҡошҡай ҡыҙығыҙға тамам эйәләшеп, уның усына ултырып һайраһа, тимер ҡоштар ҡалдырып киткән сихыр юҡҡа сығыр. Яҡшылап тәрбиәләгеҙ. Ҡыҙығыҙҙы алып килегеҙ, тапшырайым үҙ ҡулдарына.Айбикә ашығып бүлмәгә инеп китә лә теләр-теләмәҫ атлаған ҡыҙы менән килеп сыға. Аҡһаҡал уға йылмайып бүләген тоттора. Көнһылыу бәләкәй генә ҡошсоҡҡа бер аҙ аптырап ҡарап торғас, ҡапыл йылмайып ебәрә, рәхмәт йөҙөнән ҡартҡа башын эйә лә, ситлекте үбә-үбә, әсәһе менән бергә бүлмәһенә инеп китә.Аҡһаҡал. Ҡыҙығыҙға ҡошсоҡ тиҙ эйәләйәсәк. Күрҙегеҙме, бер ҡарауҙа үк яратып өлгөрҙө. Тегеһе лә йоҡлап ултырған ерҙән уянып, ҡуҙғалып-ҡуҙғалып, ҡалҡынып ҡуй­ҙы. Бәләкәй һандуғасты инәһенән айырҙым.Ышансыс ҙур, ҡыҙығыҙҙың һаулығы кире ҡайтасаҡ.Ғәҙелша (Аҡһаҡалды яратып, арҡаһынан ипләп кенә ҡосаҡлай, оҙаҡ ебәрмәй тора). Рәхмәтемдең иге-сиге юҡ, ниндәй генә бүләктәр бирәйем икән Һеҙгә: алтынмы, көмөшмө, аҫыл таштармы, өйөр аттармы? Барыһы ла әҙ кеүек үҙемә. Мин Көнбайыш, Көнсығыш имселәренә нәмә һораһалар – шуны алдарына ҡуйҙым, тейәнеп ҡайтып киттеләр…Аҡһаҡал. Минең һораған нәмәм бөтәһенән дә ҡиммәт. Беҙҙең ырыу­ҙарҙың ҡан-ҡәрҙәшлеге борон-борондан йәшәп килә, тик һуңғы мәлдә бер-беребеҙ менән осрашыуҙар, никахлашыуҙар, һабантуй байрамдарына ҡунаҡҡа саҡырыуҙар ныҡ һирәгәйә башланы. Һин – ырыу башлығы, ә мин – төйәгебеҙҙең Аҡһаҡалы. Үтенеп һорайым, йәйҙең матур көндәре башланып тора, беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ, Яҡтыкүл һандуғас­тарының моңон тыңларбыҙ, яҡындан танышырбыҙ.Ғәҙелша (уны тағы бер тапҡыр ҡосаҡлай). Эйе, аңланым, барыһын да аңланым. Ҡайнар сәләм әйтегеҙ ҡан-ҡәрҙәштәргә.Күңелле һөйләшә-һөйләшә сығып китәләр. Ут һүнә.

Дүртенсе күренеш

Бүлмәлә икәү: Айбикә ҡулъяулыҡ осон нағышлай, ә Көнһылыу һандуғасын усына ултыртып алған да яй ғына үҙе эстән көйләп йөрөгән көйгә еңел генә әйләнеп, йылмайып йөрөй. Ҡанаттарын ҡағып-ҡағып алған ҡошсоғон иркә ҡараш ташлап, туҡтап-туҡтап үбеп-үбеп ала.Айбикә. Тамам был икәү бер-береһенә эйәләште. Һандуғасын бер аҙым да эргәһенән ебәрмәй. Йоҡлағанда ла ситлегенә ултыртып, яҫтығы янына ҡуя (еңел генә көр­һөнә, башын сайҡай). Аҡһаҡал әйтмешләй, барыһы ла тап килде: һис тә ҡурҡмайынса усына ла ултыра, тышҡа сыҡһалар, уйнап йөрөй-йөрөй ҙә кире балаҡайым янына ҡайта.. Тик… бергә йөрөгән турғай­ҙар кеүек сыр­ҡылдай. Быны ишеткәс, ныҡ ҡайғыр­ҙыҡ. Яңыраҡ атаһы диңгеҙ кисеп, тауҙар артылып, бер кенәздән алтын­ға алмаштырып, иҫ киткес матур ҡошсоҡ – яһалма һандуғас алып ҡайтты. Баш түбәһендәге бер төймәсәккә баҫ­һаң, ҡанатын бер нисә ҡаға ла күңелле итеп бер көй һайрай башлай. Тик берәү генә, баш­ҡаны белмәй. Беҙҙең һандуғас күптән уны отоп алды, бергә ҡушылып та китә, тик күңелгә ят ул көй. Ҡошсоғобоҙ ҡыҙыбыҙҙың усына ултырып, отоп алған тауыштарҙы ишеттерһә лә, уныһы ниңәлер һаман һөйләшә алмай. Шулай ҙа йөрәгенә шатлыҡ ҡунды… Балаҡайымдың…Ашығып Ғәҙелша инә. Ҡулында ҡағыҙ, йөҙө яҡты.Ғәҙелша. Бына ҡыуаныслы хәбәр алдым. Аҡһаҡал ҡарт ҡунаҡҡа саҡырып, ике улын ебәргән. Әле улар ял итә. Үҙемдең егеттәргә – байрам көймәһен, килендәргә күстәнәс әҙерләргә ҡуштым. Иртәгә таң һарыһынан оҙон юлға сығырбыҙ. Ҡунаҡ егеттәргә ҡуш булып, үҙебеҙҙең һаҡсы егеттәр ҙә көймәне оҙата барырҙар. Йә, ни тиерһең, әсәһе, ҡыҙыбыҙға яҡшылап аңлат, һандуғасты ла алырбыҙ. Аҡһаҡал ҡарт үҙе шулай ҡуш­ҡан.Ғәҙелша күңелләнеп килеп баҫҡан ҡатыны менән ҡыҙын ҡосаҡлай. Һандуғас та турғай кеүек сырҡылдап ебәрә. Ут һүнә.

Бишенсе күренеш

Күпереп үлән үҫкән, ҡайын ағасы елберләгән, эргәһенән юл үткән Яҡтыкүлдең яр буйы. Аттар килеп туҡтаған тауыш ишетелә.Күрешергә ҡоласын йәйеп торған Аҡһаҡал янына ашыҡҡан Ғәҙелша, Айбикә, ҡулына тал ситлеге эсендә һандуғасын тотҡан Көнһылыу күренә. Шатлыҡлы күрешәләр, бер-береһенә рәхмәт әйтәләр, һоҡланып тирә-яғына ҡарап торалар. Шул саҡ өҙҙөрөп бер һандуғас һайрап ебәрә. Ситлек эсендәге һандуғас та сыҙамай сыр­ҡылдай башлай.Аҡһаҡал. Был – һандуғасығыҙҙың инәһе, һиҙҙе ҡошсоғоноң ҡайтыуын. Борсолоулы талпына. Үҙәге өҙөлә бахырҡайҙың…Айбикә ҡыҙына хәлде аңлата ла етәкләп уның менән инә һандуғас янына – күл таллығына төшөргә уйлай.Аҡһаҡал (уны туҡтата). Ҡы­ҙығыҙ бер үҙе төшһөн, йомро һуҡмаҡ бар унда. Көнһылыу шатланып, ҡулындағы кескәй тал ситлеген бәүелдереп, сығып китә.Айбикә. Эйе, эйе, үҙе алып бар­һын…Аҡһаҡал (ҡапыл ярһып, өҙҙөрөп һайрай башлаған һандуғасты ишетеп). Ишетәһегеҙме, тирә-яҡты иҫ киткес моңға күмгән һандуғас – һеҙҙекенең инәһе!..Ғәҙелша. Ниндәй талпына, ҡошсоғон һағынғандыр…Айбикә. Әсәкәйе бит, нисек өҙгөләнмәһен… Эй, тыңлағыҙ әле, ике ҡошсоҡ бергә ҡушылып һайрап ебәр­ҙе, береһенең тауышы ниндәй нескә генә…Аҡһаҡал. Уныһы – Көнһылыу­ҙың һөйөклө һандуғасы…Ғәҙелша. Эй, яҡында ғына һайрай башлаған кеүек кескәй ҡошсоҡ, хатта ныҡ шатланған да һымаҡ…Ҡапыл Көнһылыуҙың шатлыҡлы тауышы ишетелә.Көнһылыу. Ишетәһегеҙме, атай, әсәкәйем! Һандуғасым усыма килеп ултырҙы ла шундай матур итеп һыҙғырып ебәрҙе, аҙаҡ һайрай башланы. Бер ваҡытта ла ундай моңдо ишеткәнем юҡ ине. Һандуғастар янында әҙерәк йөрөйөммө? Шул тиклем тыңлағым килә!..Айбикә (шатлыҡлы тауыш менән). Йөрө, йөрө, ҡыҙым, күңелең бул­ғансы йөрө. Һандуғасыңдың көйөн отоп ал…Ғәҙелша. Ҡыҙыҡ хәл булды был кескәй һандуғас менән, беҙҙә саҡта ниңә ул һайраманы икән?Аҡһаҡал (йылмая). Бәләкәй һандуғас бер таң булһа ла әсәһенең сәңгелдәк йырын ишеткән. Йөрәгенең түрендә ул моң һаҡланһа ла, бергә осоп йөрөгән турғай тауышы, яһалма аҫыл һандуғастың бер туҡтауһыҙ сит көйҙө ялҡытҡыс ҡабатлап тороуы туған моңға үҫергә ныҡ ҡамасаулаған. Ә бөгөн уға инә теле мең төрлө моң бүләк итте, тылсым көсө өҫтәне. Бар дөрөҫлөк шунда: әсә теленән кешене генә түгел, ҡошто ла айырырға ярамай. Шифалы ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бай ҙа ул әсә йөрәгенән ярылып, балаға күскән моңдар, туғаным. Күкрәк моңо Көн­һылыуҙы сихырлаған тимер ҡоштар ауын өҙөп, юҡҡа сы­ғар­ҙы. Беҙ ҙә халҡыбыҙҙың күңел түрендә быуаттар буйы һаҡланып килгән һандуғас моңона тиң булған гүзәл туған телебеҙҙе изге аманат итеп балаларыбыҙға тапшырайыҡ. Бындай хазина тағы кемдә бар һуң?.. Тик боронғо халыҡта – күгүлән йәйелгән, күгаттар елгән Күгуралда (Күк Уралда) ғына! Мираҫ ҡобайырҙар, бәйеттәр, иҫәбе-һанына сығып булмаған йырҙар, сеңләүҙәр, мәҡәлдәр, әкиәттәр, көләмәстәр, таҡмаҡтар, һамаҡтар, әйтемдәр, йомаҡ, сәсәндәр ижады, робағирҙар, йолалар, көйҙәр, риүәйәттәр, легендалар һәм тиңдәше булмаған, бөтә донъяға билдәле атаҡлы эпостар телдән-телгә күсеп, һандуғас моңо булып, мотлаҡ һаҡланып ҡалырға тейеш.Ғәҙелша (күңеле тула, ҡартты яратып ҡосаҡлай). Мең рәхмәт һиңә, Аҡһаҡал!..Көнһылыуҙың тауышы ишетелә: «Атай, әсәй, мин һандуғасымды кире күл буйына ебәрҙем». Шатланып килеп инә. Бөтәһенең дә йөҙөндә сикһеҙ йылмайыу балҡып китә.Көнһылыу. Әйҙә, әсәһе менән бергә йәшәһен, яраймы?Айбикә (ҡыҙын ҡосаҡлап ала). Дөрөҫ эшләгәнһәң, ҡыҙым. Беҙҙең кеүек бергә булһындар. Рәхмәт һандуғасыңа!..Көнһылыу. Эйе, ул усыма килеп ултырып матур итеп һайрай башлағайны, бөтә донъя ҡапыл яҡтырып китте һәм уға ҡушылып йырлап ебәрҙем. Ғәжәп бит, әсәй!Аҡһаҡал. Барыһы ла һәйбәт бөттө. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, беҙҙең тирмәләр янына ҡунаҡҡа! Егеттәр беҙҙе күптән көтөп торалар.Сығалар. Көнһылыу йүгереп кире инә, тулҡынлана.Көнһылыу. Эй, һандуғасым!.. Йыл һайын мин Яҡтыкүлгә һине кү­рергә ҡунаҡҡа килермен, яраймы? Ә хәҙергә һау бул, һөйөклө ҡошсоғом! Әсәйең менән бергә йәшә. Көт мине!..Баш эйеп, ҡулын болғап сығып китә.Шаршау.

Читайте нас: