-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ғинуар , 18:32

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

Байрам датаһы осраҡлы һайланмаған. Әйҙәгеҙ, тарихҡа күҙ һалайыҡ. Ҡыҙыҡлы факттар ҙа уҡып алайыҡ.

13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө
13 ғинуар – Рәсәй матбуғаты көнө

1703 йылдың был көнөндә Рәсәйҙә тәүге гәзит – “Ведомости” сыға башлай. Мөхәррире Пётр I үҙе була. Йәнә батша гәзит уҡыу урыны булған ресторандар астыра: халыҡҡа сәй һәм тәм-том бушлай бирелә. Быны император яңы реформалар менән таныштырыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек итеп ҡарай.

1811 йылда Рәсәйҙә беренсе урындағы гәзит – “Казанские известия” сыға башлай. Ваҡыт үтеү менән, баҫмалар башҡа ҡалаларҙа ла нәшер ителә башлай. 1914 йылға Рәсәйҙә өс меңдән ашыу ваҡытлы баҫма сыға. Көндәлек ҙур ижтимағи-сәйәси гәзиттәр һаны ғына 200-ҙән ашып китә.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Совет матбуғаты көнө 5 майҙа – большевиктарҙың “Правда” гәзитенең беренсе һаны сыҡҡан көндә билдәләнә. Совет осоронда күргәҙмәләр, конкурстар, смотрҙар, китап баҙарҙары ойошторола, журналистар премиялар менән билдәләнә.

1991 йылдың декабрендә Рәсәй матбуғаты көнөнөң яңы датаһы булдырыла.

Матбуғат тарихынан ҡыҙыҡлы факттар:

* Боронғо Римдә тәүге гәзиттәр балсыҡ таҡталар рәүешендә таратыла.

* “Газета” һүҙе gazzetta тип аталған итальян тәңкәһенән алынған. XVI быуатта Венецияла нәшер ителгән һуңғы яңылыҡтар яҙылған ҙур булмаған көндәлек листовка тап шул тиклем торған.

* Иң тәүге “заманса” европа гәзите Германияла XVII быуат башында сыға.

* Ҡағыҙ етмәү сәбәпле, “Известия” гәзитенең 1921 йылдың 17 майындағы һаны киндергә баҫтырыла. Унда: “Гәзиттәрҙе һаҡлағыҙ, сөнки улар беҙҙә аҙ! Уҡығас, икенсе кешегә тапшыр!” тип тә яҙылған була.

* Иң бәләкәй гәзиттең ҙурлығы – шырпы ҡумтаһылай. Уны Бразилияла сығарғандар. 16 биттән торған баҫмала текст ҡына түгел, реклама менән фотолар ҙа урынлаштырылған.

* Гәзиттә тәүге реклама 1657 йылда Англияла баҫылып сыға.

* Беренсе шәхси иғлан король Карл Икенсенең юғалған этен эҙләүгә арналған.

* Донъялағы иң популяр гәзит – “Guardian” британ баҫмаһы. Ул 200 йыл самаһы нәшер ителә.

* Беренсе Рәсәй репортёры – Яков Синявич. Ул “Известия”ла эшләй. Беренсе булып “репортаж” төшөнсәһен индерә, яҙмалары ҡыҙыҡлы булыуы менән билдәле.

* Илебеҙ баҫмалары донъяның 102 телендә нәшер ителә.

* Рәсәй киң мәғлүмәт саралары реестрында 2022 йылдың ғинуарына ҡарата 150 меңдән ашыу киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: