+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2019, 18:01

Бөтәһе лә халыҡ өсөн!

Беҙҙәге йәшәү кимәленең түбәнлеге, алдынғы илдәр менән сағыштырғанда, айырыуса асыҡ күренә. Президентыбыҙ Владимир Путин бының өсөн борсолоп, Рәсәй халҡының тормошон яҡшыртыу бурысын ҡуя, талап итә. Шул маҡсаттан дәүләтебеҙ 6 йылға 28 триллион һум аҡса бүлә. Был йәһәттән 12 эш йүнәлеше билдәләнгән. Башҡортостанда ошо милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 175,1 миллиард һум тотоноласаҡ.


Демография
Иң мөһим проекттарҙың береһе. Ҡурҡыныс хәл: 2016 йылдан тыуым кәмей бит. Ни эшләргә? Демографияны яҡшыртыу өсөн республикабыҙҙа 34,4 млрд һум аҡса бүленәсәк.
· Фәҡирлектә йәшәүсе ғаиләләргә тәүге балаһы өсөн ай һайын 10 мең һум күләмендә пособие;
· Мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә 2 мең ЭКО процедураһын үткәреү;
· 2019 йылда ғына ла 19 балалар баҡсаһы төҙөү һәм реконструкциялау – Өфө, Бәләбәй, Күмертау ҡалаларында, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Борай, Саҡмағош, Өфө райондарында.
· Әйткәндәй, балалар баҡсаһына йәш ярымдан өс йәшкә тиклем 5 мең 400 бала сиратта тора икән.

Һаулыҡ һаҡлау
· Тәүге ярҙам күрһәтеү пункттарын тергеҙеү, яңы квалификациялы белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү, халыҡтың һаулығы өсөн киң ҡоласлы иҫкәртеү эше, яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш, балалар хәстәханалары һәм поликлиникаларын яңыртыу – бына төп бурыстар.
· Быйыл 18 балалар поликлиникаһы һәм уларҙың бүлексәләрендә капиталь ремонт үткәреләсәк. Дүртөйлөлә, Туймазыла яңы поликлиникалар асыласаҡ.
· 22 фельдшер-акушер пункты ремонтланасаҡ һәм төҙөләсәк, 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ. Бының өсөн 625 млн һум бүленәсәк.
· Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә 216 млн һум тотонасаҡтар. 2018 йылдың аҙағына Башҡортостанда 1 мең 150 табип, 973 махсус белемле медперсонал етмәүе билдәле. 2019 йылдың тәүге кварталына табиптар һаны – 185-кә, профилле белемле медицина хеҙмәткәрҙәре һаны 216-ға артҡан.
· Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәш өсөн 7 миллиард һумдан күберәк аҡса тотоноласаҡ.
· Өфөлә онкодиспансерҙың яңы хирургик корпусы төҙөлөп бөтәсәк. Баш ҡалабыҙҙа, Күмертауҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Салауатта, Белоретта, Бөрөлә, Дыуан районында амбулатор онкологик ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.
· Үҙәк район хәстәханаларына заманса медицина ҡоролмалары ҡуйыласаҡ.

Мәғариф
· Ағымдағы 2 йыл эсендә 21 яңы мәктәп асыласаҡ.
· 2024 йылға мәктәптәрҙә ике сменалы уҡытыуҙы бөтөрөү бурысы тора. Өфө районының «Милов паркы»нда 1 мең 225 урынға иҫәпләнгән яңы дүрт ҡатлы мәктәп асыласаҡ.
· Инорс биҫтәһендә 1 мең 650 урынға иҫәпләнгән дөйөм мәғариф үҙәге төҙөләсәк. Шулай уҡ Булгаковта, Жуковта, Чесноковкала, Иглинда мәктәптәр төҙөү проекты әҙерләнгән.
· Ауыл ерендәге һәм бәләкәй ҡалаларҙағы 198 мәктәптең материал-техник базаһы яңыртыласаҡ, улар цифрлы программалар менән тәьмин ителәсәк.
· 2019 йылда 3 яңы балалар технопаркы асыласаҡ. Унда робототехника, пилотһыҙ осоусы аппараттар яһау, аэрокосмик инженерия менән шөғөлләнергә була.

Мәҙәниәт
· Төпкөлдәрҙә мәҙәниәт учреждениеларын тергеҙеү кәрәк. 2024 йылға тиклем республикала ауылдарҙағы 26 мәҙәниәт йорто ремонтланасаҡ һәм төҙөләсәк. Бының өсөн 2,1 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған.
· Ауыл халҡы өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) һатып алынасаҡ.
· Модулле яңы китапханалар асыласаҡ.
· Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр өсөн гранттар артасаҡ.

Торлаҡ һәм ҡала мөхите
· Торлаҡ төҙөү күләмен 1,5 тапҡырға арттырыу күҙаллана. Бындай талапты республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡуя. 135 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк.
· «Уралсиб» банкы ярҙамында торлаҡ төҙөү программаһына ингәндәргә ипотека ставкаһын 5,5 процентҡа тиклем кәметеү.
· 22,9 мең квадрат метр майҙанлы авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы торлаҡтарға күсереү.
· 142 йәмғиәт урындарын – парктар, скверҙар, ял урындарын йәмләндереү.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар
Был проектҡа федераль ҡаҙнанан – 9,4 млрд, ә республика һәм муниципалитет ҡаҙналарынан 24 млрд һум бүленәсәк.
· Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел аша яңы күпер һалынасаҡ. Уға 3,5 млрд һум тотоноласаҡ, 2021 йылда эш тамамланасаҡ.
· Өфө – Ырымбур юлы Стәрлетамаҡты ситләтеп үтеп, дүрт йөрөшлө юллы буласаҡ. Быйыл 17 авариялы участкаларҙа 430-ҙан артыҡ стационар камералар ҡуйыласаҡ.

Экология
· Башҡортостанда 2019 йылда 16 сүплек-ташландыҡ урындары юҡ ителәсәк. Республикала йыл һайын 2 тоннаға яҡын ҡалдыҡ өйөмдәре барлыҡҡа килә. Уларҙы эшкәртеү кәрәк. Бының өсөн Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү комплекстары проектлана.
· Һыу сифатын яҡшыртыуға 4,2 млрд һум бүленәсәк.
· Әлшәй, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Стәрлетамаҡ, Өфө, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында 29 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүлеккә ярҙам
Был проектта ҡатнашыусы предприятиелар һаны – 20, йыл аҙағына улар 50 буласаҡ.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ
Был бизнес менән шөғөлләнеүселәр һаны Рәсәйҙә 1,3 тапҡыр артырға – әлеге 19 миллиондан 2024 йылда 25 миллионға етергә тейеш.

· Яңыраҡ Өфөлә (Тыныслыҡ урамы, 14) «Минең бизнес» тигән үҙәк асылды. Быйыл шундай уҡ үҙәк Нефтекамала буласаҡ.
· Республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һанын йыл аҙағына 415 меңгә еткереү бурысы ҡуйылған.
· 2024 йылда фермер хужалыҡтарына һәм ауыл хужалығы кооперацияларына 18 мең кешене йәлеп итеү ҡаралған.

Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт
2024 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙы сит илдәргә сығарыу күләме 3, 8 миллиардҡа етергә тейеш.
· «Өфө» халыҡ-ара аэропортында авиация йөк ташыу комплексы төҙөү планлаштырыла.

Фән
· Башҡортостан фәнни-мәғариф үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнашасаҡ. 2020 йылға республикала берҙәм цифрлы платформа барлыҡҡа киләсәк.
· 2019 йылда йәш ғалимдар фәнни проекттары өсөн 1-әр миллион һум аҡсаға дәғүә итәсәк.

Цифрлы иҡтисад
2024 йылға тиклем киң һыҙатлы интернетҡа 1200-ҙән артыҡ мәктәп, колледж, лицей, 2060 ФАП, 280-гә яҡын ауыл тоташтырыласаҡ.

Читайте нас: