+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Ноябрь 2021, 13:05

“Волга әкиәте”

Милли йәш тамашасылар, йәштәр һәм драма театрҙарының VI  “Волга әкиәте” (“Волжская сказка”) төбәк-ара фестиваленә йомғаҡ яһалды.

“Волга әкиәте”
“Волга әкиәте”

Республикабыҙҙа “Мәҙәниәт” дөйөм дәүләт проекты нигеҙендә күп эштәр башҡарылыуы үҙенең яҡшы һөҙөмтәләрен бирә.

Фестивалдә ҡатнашҡан “Арба” спектакле (авторҙары – Таңсулпан, Зөһрә Бураҡаевалар, ҡуйыусы-режиссёры - Зиннур Сөләймәнов) ике номинацияла бүләкләнде: “Йәш тамашасы өсөн иң яҡшы спектакль” бүләгенә һәм тамашасы һөйөүенең махсус призына лайыҡ булды улар.

“Волга әкиәте” милли йәш тамашасы һәм йәштәр театрының төбәк-ара фестивале 16 – 20 ноябрҙә Чебоксар Йәш тамашасылар театры сәхнәһендә үтте. Пандемияға бәйле фестиваль тәүге тапҡыр онлайн һәм офлайн форматтарҙа ойошторолған. Унда Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Сыуашстан республикаларынан 7 театр ҡатнашты.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: