+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Декабрь 2021, 10:50

Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ…

“Мәғариф” дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыу буйынса республикабыҙҙа һөҙөмтәле эштәр күп.

Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ…
Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ…

Мәктәпте тамамлаған һәр бер үҫмер алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе килеп тыуа. Ә үҫеш үҙенсәлектәре булған балаға икеләтә уңайһыҙ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, Асҡын районының хакимиәтендә ауыл хужалығы һөнәри колледжында һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикле уҡыусылар өсөн махсус төркөм асыласаҡ.

Колледж директоры Ринат Саҙрыев һөйләүенсә, бында баҡсасы, умартасы, ашнаҡсы һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрҙәренә уҡый алалар. Студенттар ике тапҡыр бушлай туҡланыу, ятаҡта урын менән тәьмин ителә.

– Шулай уҡ райондың Балалар ижад үҙәге гитарала уйнау, бейеү түңәрәктәре ойоштора. Колледжға күрше райондарҙан да уҡырға килеүҙәре һөйөндөрә, – тип уртаҡлашты белем йорто етәксеһе. – Үҫеш яғынан үҙенсәлекле балаларҙы уҡытыуҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Улар бик асыҡ, әүҙем һәм тәртипле, – тип билдәләне уҡыусыларҙың синыф етәксеһе Әлфирә Дамир ҡыҙы.

Фото: https://mgazeta.com/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: