Башланғыс белемде лә ошонда алған, тыуған еренең яҡты киләсәге өсөн хеҙмәт итеп, зоотехник булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүге көндәрҙән үк фронтҡа алына, взвод командиры була. Әммә Еңеү көнөн күрергә насип булмай уға. Бик күп батырлыҡтар күрһәтеп, 1945 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була. Германияның Бранденбург провинцияһында ерләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. Үлгәндән һуң Рабовалюкҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Бөгөн ауылдаштары данлыҡлы яугирҙы хөрмәт менән иҫкә алды һәм урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы, батыр иҫтәлегенә һәйкәл асырға ҡарар итте.
- Бәләкәй генә Отрада ауылында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәр береһе Ватанын ҙурлаған осраҡта ғына илебеҙ үҫешәсәк. Халыҡтың халыҡ булып үҫеүе тотошлайы менән тыуған төйәгенә бәйле.Тыуған еребеҙгә ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау, уны ололау һәм күтәреү, Ватанды яратыу, үҫеп килеүсе йәш быуынға илһөйәрлек хаҡында һөйләү, мәғлүмәт ҡалдырыу - беҙҙең изге бурыс, - тине Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Әлфәрит Сабирйән улы Йосопов.
Беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән илебеҙ батырҙарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Сит ерҙәрҙе һуңғы төйәге иткән герой яҡташыбыҙҙың тыуған еренә һәйкәл булып ҡайтыуы ла ауылдаштары өсөн оло шатлыҡ булыр ине. Был изге башланғысты иҫән-имен атҡарып сығырға ғына яҙһын.
Таһинур БӘҘРЕТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре.