0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2022, 13:25

Киң мөмкинлектәр асыла

Ҙур өйгә ни кәрәкһә, бәләкәйгә лә шул кәрәк, тиҙәрме әле? Шул халыҡ әйтемен үҙгәртеп, ҙур мәктәпкә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк, тип, хатта ҡала мәктәбенә ни кәрәк, ауыл мәктәбенә лә шул кәрәк, тип үҙгәртергә булыр ине. Ысынлап та, ошоно иҫәпкә алып та илебеҙҙә «Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты буйынса бәләкәй ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә «Үҫеш нөктәһе» булдырыла ла инде. Дүрт йыл эсендә республикабыҙ белем усаҡтары нигеҙендә 598 үҙәк асылды. Хәҙер уҡыу­сыларға, ауылда йә ҡалала йәшәүҙәренә ҡарамай, төплө белем алырға бер төрлө шарттар булдырыла.

Аҫҡар мәктәбенең Брәтәк филиалында ла былтыр «Үҫеш нөктәһе» барлыҡҡа килде.
– Хәҙер беҙҙә биология, химия һәм физика буйынса дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу менән бергә дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса өҫтәмә белем биреү ҙә иғтибар үҙәгендә тора. Уҡыусылар матур итеп йыһазландырылған кабинетта төшкә тиклем биология, химия һәм физика фәндәренән белем алһа, төштән һуң иһә ижади эшмәкәрлек, эшлекле уйындар, тренингтар менән шөғөлләнәләр. Дәрес темаларына ярашлы, прибор, материалдар­ҙан тыш, 4 ноутбук, робототехника өсөн 2 конструктор йыйылмаһы килде, – ти «Үҫеш нөктәһе» үҙәге етәксеһе, биология-химия уҡытыусыһы Гөлназ Сәлих ҡыҙы Әхмәҙуллина.
Уҙған уҡыу йылында «Мауыҡтырғыс физика» (етәксеһе – физика уҡытыусыһы Миңлегөл Йәғәфәрова), «Тәбиғәт оҫтаханаһы», «Робототехника» (Гөлназ Әхмәҙуллина) һәм «Туризм» (география уҡытыусыһы Рәйлә Ғөбәйҙуллина) түңәрәктәре уңышлы ғына эшләгән.
Үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ҡалмай, 2021/22 уҡыу йылында район буйынса бәйгеләрҙә ҡатнашып, маҡтаулы урындар алыу­ға өлгәшкәндәр: информатика буйынса «Крит – 2022» конкурсында Байморат Йәғәфәров һәм экология буйынса олимпиадала Айгөл Йәғәфәрова призёр бул­ған.
16 – 17 июндә Шүлгәнташ ҡурсаулығында үткәрелгән туристик слётта 8 уҡыусынан торған «Йыһан» командаһы (етәкселәре – Рәйлә Ғөбәйҙуллина менән Гөлназ Әхмәҙуллина) ныҡлы туристик төйөн бәйләү, усаҡ төр­ҙәре, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү; юл биштәрен һалыу, походҡа сыҡҡанда йоҡлау өсөн тәғәйенләнгән тоҡто йыйыу; һыу­ҙы таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу, үҫемлектәр төрөн билдәләү; ҡырмыҫҡаларҙы тасуирлау, хайуандарҙы эҙҙәре буйынса белеү; ағастарҙы билдәләү; туристик маршрут буйынса бөтә этаптарҙы уңышлы үтеп – I урын, тирә-яҡты поляр төшөрөү буйынса II урын яулап, район буйынса еңеүсе исемен алып ҡайт­ҡандар.
«Беҙ үҙебеҙ эйәләштергәндәр өсөн яуаплы» конкурсында ла һынатмағандар. Хайуандарҙы фотоға төшөрөү номинацияһында Илзидә Ғәбитова менән Радмир Исламов районда – I, II, республика буйынса ла призлы урындар алыуға өлгәшкән. «Йәншишмә» гәзите ойошторған «Тағараҡ операцияһы» онлайн-бәйгеһендә Илназ Ниғмәтуллин еңеүсе булған.
Уҡыу алдынғылары, олимпиада хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Ҡәҙриә Йәрмөхәмәтова, Айгөл, Әминә, Данир, Байморат Йәғәфәровтар, Гөлзидә Рахманғолова, Илзидә Ғәбитова, Алина Халиҡова, Зилиә Ғөбәйҙуллина, Әлиә Ишмырҙина, Гөлсирә Ситдиҡовалар ҙа маҡтауға лайыҡ.
Яңы уҡыу йылында ла бик күп ҡыҙыҡлы бәйгеләр, конкурстар, ярыштар көтә уҡыусыларҙы. Мәктәп тормошо бик йәнле, балалар ҙа әүҙем. Республика кимәлендә үткән онлайн саралар­ҙан да улар ситтә ҡалмай. Нәфис һүҙгә оҫта уҡыусылар байтаҡ. Яңыраҡ ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» әҫәрен ихлас итеп сәхнәләштергәндәр.
Мәктәптәге бай экспонатлы «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейы менән киләсәктә яҡынданыраҡ таныштырырбыҙ әле. Ундағы әйберҙәр әллә күпме тарих һөйләй. Һәр ваҡыттағыса, быйыл да спорттың төрлө йүнәлештәре буйынса, шулай уҡ шахмат һәм шашка, «Еҙ үксә» бейеү, робототехника, «Хазина» фольклор, «Йәш физик», «Оҫтахана», йыр, һүрәт төшөрөү буйынса түңәрәктәр эшләй. Йәш спортсылар бер нисә йыл дауамында район буйынса еңел атлетика, саңғы, шахмат, баскетбол ярыштарында призлы урындар алыуға өлгәшә.
Әле белем усағында 67 бала уҡый. Күрше Ишембай районы Яңы Һәйет ауылынан 9 уҡыу­сыны мәктәпкә көн һайын «ГАЗель» йөрөтә. Рөстәм Исламов етәкселегендә үҙ эшен яратҡан педагогтарҙан торған матур коллектив тупланған бында. Уҡыу­сылар ауыл, район кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Яңы уҡыу йылында еңеүҙәрегеҙ тағы ла күберәк булһын!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы.

Киң мөмкинлектәр асыла
Киң мөмкинлектәр асыла
Киң мөмкинлектәр асыла
Киң мөмкинлектәр асыла
Киң мөмкинлектәр асыла
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: