-7 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июнь 2025, 14:07

Ритайымдар гөрләй!

Айына ике тапҡыр шаршамбы көнө Ағиҙел яры буйында "Самауырлы ритайым"дар үтә. Әйткәндәй, был матур йоланың Өфөлә башланыу тарихын гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ.

Ритайымдар гөрләй!
Ритайымдар гөрләй!

Ҡурайсы, йырсы, бейеүсе Айназ Низаметдинов менән интервьюнан (ошонда уҡырға була) өҙөк килтерәбеҙ:

- Беҙ – ошо ритайымды ойоштороусылар, командабыҙҙа егермеләп кеше иҫәпләнә. Идея – билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм ағай Абдразаковтыҡы. Беҙҙең бағыусылар юҡ. Үҙебеҙ сәй, һыу, кәнфит-печенье алып, йырсылар менән һөйләшеп башлап ебәрҙек. Ритайымға килеүселәр үҙҙәре хәҙер донат күсерә, йәғни ярҙам итә: 200 – 300 һум булһа ла, киләһе осрашыуға тәмлекәстәр алыр­һығыҙ, тиҙәр. Әйткәндәй, йырсыларҙың береһе лә сығышы өсөн аҡса һорағаны юҡ. Ундағы мөхитте бер ниндәй аҡса менән дә иҫәпләп булмайҙыр ул!

Был юлы ла, 11 июнь, Ағиҙел буйы гөрләп торҙо. Ҡорбан байрамына ҡарата ике ҙур ҡаҙан былау әҙерләнгәйне. Тәмле сәй артынан сират теҙелде. Милли кейемдәр, биҙәүестәр һатыуға тәҡдим ителде. Шәп булды! 

Ритайымдар гөрләй!
Ритайымдар гөрләй!
Ритайымдар гөрләй!
Ритайымдар гөрләй!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас