+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Атаһына планшет бүләк иткән

– Шул тиклем итәғәтле, тәрбиәле бала ул. Бер ваҡытта ла иҫәнләшмәйенсә үтмәй. Үҙе бик ярҙамсыл, – тиҙәр ауылдаштары Рөстәм Бик­булатов хаҡында. Ул быйыл IX синыфты тамамлаған. Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғас, күрше Яңы Надеждинға йөрөп уҡый. Ә бына йәйге каникулын нисек үткәр­ҙе икән уңған егет? Әйҙәгеҙ, үҙенән һорап ҡарайыҡ.– Йәй буйына умарталыҡта эшләнем, үҙебеҙҙәге шәхси предприятиела бал ҡорттарын ҡарарға ярҙам иттем, – тип башланы һүҙен Рөстәм. – Миңә оҡшай. Йәйҙең йәмле көндәрендә тәбиғәт ҡосағында бигерәк рәхәт. Эш хаҡын да һәйбәт түләйҙәр. Бал бит мул табыш сығанағы. Аҙаҡ үҙем был кәсепкә тотонорға ниәт итһәм, минең инде оло тәжрибәм буласаҡ.– Сер булмаһа, әйт әле, эш хаҡың айына күпме сыға?

– 15 меңдән дә кәм түгел. Мин бит тәүге йыл ғына эшләмәйем. Хәҙер өсөнсө йыл инде.

– Оһо, ҡайһылай маладис­һың. Өс ай эсендә 45 мең һум аҡса эшләйһең. Үҙеңде кейендерә алаһың инде, былай бул­ғас.

– Әлбиттә, ваҡ-төйәк бөтә кәрәк-яраҡты ла үҙемә үҙем һатып алам. Атайымдың тыу­ған көнөнә планшет та бүләк иттем әле.

– Бындай ҙа аҡыллы баланы нисек тәрбиәләнегеҙ? – тип Рөстәмдең әсәһе Ольга ханыма ҡарайым.

– Бөтә нәмә ғаиләләге тәрбиәнән киләлер, тим. Ағаһы Руслан менән бәләкәйҙән эшләп, беҙгә ярҙам итеп үҫтеләр. Иҙән, һауыт-һабаларға тиклем йыуҙылар. Бер ҙә урамда буш­ҡа ваҡыт үткәреп, теләһә нисек йөрөмәнеләр. Спорт менән шөғөлләнделәр. Мәктәптә үткән ярыштарҙан да ситтә ҡалманылар. Райондан еңеп ҡайтырҙар ине. Улар менән бергәләп ҡыуандыҡ. Хәҙер үҫтеләр инде. Өлкәненең үҙ ғаиләһе. Бик матур йәшәйҙәр.

Техниканы ла үҙ итә Рөстәм. Бәләкәйҙән тракторҙа ла, мотоциклда ла, машинала ла йөрөргә өйрәнгән. Кәрәк булһа, ерен дә һөрә, утынын да килтерә. Ватылһа, үҙе йүнәтә. Аталары Себергә йөрөп эшләгәс, әсәһенә оло таяныс та ул.

Благовещен районының Трошкин ауылында бына шундай шәп егетте осраттыҡ беҙ. Быйыл Рөстәм автотранспорт колледжына уҡырға барырға йыйына. Уңыштар теләйек үҙенә.


Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Читайте нас: