-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бишҡурайҙа балалар тырышып аҡса эшләй

«Йәйҙе нисек үткәрәһегеҙ?» тигән һорауҙы үҙебеҙҙең аралашҡан уҡыусылар чатына яҙыуым булды, күпләп яуап та килә башланы. О-һо-о! Ҡалай шәптәр! Күбеһе хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн аҡса эшләү әмәлен дә тапҡан. Араларында үҙҙәренең бәләкәй бизнесын асҡан, эшкә урынлашыусылар ҙа күп икән.


– Иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем эшләйбеҙ. Тиреҫ түгәбеҙ, корпустарға бысылған утындың онтаҡтарын һибә­беҙ, тирә-йүнде йыйыштырып, үҫкән үләнде сабабыҙ. Ҡаҙҙарға ашарға ем һалабыҙ, һыу ҡоябыҙ. Егет кешегә ошо эш ауыр түгел инде. Беренсе эш хаҡым 12 мең һум булды. Был аҡса ғаилә­беҙҙә кәрәк-яраҡҡа тотоноу өсөн бик ярап ҡалды. Мотоцикл һатып ал­дыҡ. Икенсе эш хаҡымды үҙемә кейем-һалымға тотондом. Әле минең ноутбук алырға иҫәбем дә бар, – ти тырыш егет.

Шулай уҡ сығарылыш синыф уҡыусыһы Рус­лан Фәррәхов Октябрьский ҡалаһындағы керамзит-блоктар эшләү цехына эшкә урынлашҡан. «Иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем иҙмәне әҙерләп торам. Айына 30 мең түләйҙәр. Әле аҡсамды йыям», – ти ул.

Тағы үҙҙәренең бәләкәй бизнесын булдырыусылар ҙа байтаҡ икән. Бына сығарылыш синыф уҡыусыһы Илнар Хәсәнов:

Ә Карина менән Данил Петровтар баҡса еләге үҫтереп һатҡан.

– Быйыл баҡсабыҙҙа үҫтергән елә­гебеҙ ныҡ уңды. Ауылдаштарыбыҙ төр­көмөнә ватсапҡа иғлан биргәйнек. Шылтыратыусылар бигерәк күп булды. 5 литрлы күнәктәге еләкте 600 – 700 һумға һаттыҡ. 10 меңдән ашыу аҡса эшләнек. Мин үҙемә – яңы смартфон, Данил ағайым блютуз колонка алды, – ти Карина.

Шулай уҡ IX синыф уҡыусыһы Илдар Исхаҡов та каникулында тик ятмаған. Ауыл көтөүен көтөп, 15 мең аҡса эшләгән. Афарин, Илдар!

Ландыш Рамаҙанова V синыфҡа бара. Бәләкәй генә булһа ла, үҙ умартаһы бар. Әле ике күнәк бал айыртып алғандар. 3 литрлы ике банка балды 1 мең 800-әр һумға һатҡандар. Аҡса йыйып, ноутбук алырға йыйына икән.

– Августа әсәйемдең тыуған көнө, уға матур ғына бүләк алдым, – тип шатлыҡтары менән бүлеште Ирина.

Уҡыусыларым менән һөйләшеп алғас, кәйефтәрем күтәрелеп китте. Һәр береһенең маҡсатлы булыуы, атай-әсәй­ҙәренә ярҙам итеүҙәре – бик матур тәрбиә өлгөһө. Әлеге көндә аҡсаның ҡәҙерен белеп һәм уны дөрөҫ тотонорға өйрәнеүҙәре өсөн ҡыуандым. Ә иң мөһиме, ваҡыттарын бушҡа уҙғармай, маҡсат менән йәшәйҙәр. Маладистар!

Ләлә АБЗАЛОВА, уҡытыусы.

Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас: