-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Татлы ла, табышлы ла

Эйелһәң, аҡса аяҡ аҫтында, тиҙәр. Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Баймаҡ районы Төркмән мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы Вилдан Мөхәмәтйәров та хәҙер үҙе эшләп аҡса таба. Нисек, тиһегеҙме?

Татлы ла, табышлы ла
Татлы ла, табышлы ла

Ул бер ҙә айфон, смартфондарҙа ултырмай, буш ваҡытын тиккә сарыф итмәй. Бәләкәйҙән аҡса эшләү юлдарын эҙләй, ҡыҙыҡһына. Быны һиҙеп ҡалған ата-әсәһе – Луиза һәм Илгиз Мөхәмәтйәровтар бер йыл элек улдарына «татлы мамыҡ» өсөн ҡоролма һатып ала. Быға Вилдандың ҡыуанғанын белһәгеҙ икән?! Шунан башланып китә лә инде малайҙың бәләкәй бизнесы. Ул төрлө сара, йәрминкә һәм байрамдарға сығып, бала-сағаларға тәмлекәсен һата. Үҙе бигерәк йомарт та, хатта ауылдарындағы бар ҡыҙҙар, малайҙарҙы бушлай ошо ризығы менән һыйлай. Эшләгән аҡсаһына тәм-томдар һатып алып та дуҫтарына тарата.
– Вилдан – ярҙамсыл, ихлас, кешелекле уҡыусы. Белем усағыбыҙҙа эшләп килгән «Көрәш» сецияһына әүҙем йөрөй. Ул ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү­ҙәр яулай. Мәктәптә уҙғарылған бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, эшкә әрһеҙ. Башҡаларға ярҙам итергә лә әҙер. Урамда өлкән инәй-олатайҙар­ға ауыр сумкаларын күтәрешеп, өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуя. Өлгөлө ғаиләлә баш бала булараҡ, бар йорт-ҡура эштәрендә ҙур ярҙамсы. Ҡустыһы менән һеңлеһен дә ҡараша. Бына шундай шәп үҫмер үҫеп килә, – ти мәктәп директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова.
Маладис, Вилдан! Гел шулай һынатма, йәме. Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең – үҙең өсөн. Һиңә уңыштар теләйбеҙ.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Татлы ла, табышлы ла
Татлы ла, табышлы ла
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: