Саша «Мани исемле эт» тигән китапты уҡығас, аҡса эшләү теләге менән яна башлай. Эштән ҡурҡып тормаған, сос, ҡыйыу малай тиҙ арала яйын да таба. Үҙе йәшәгән йорттың подъезына һәм чатҡа "Эшһеҙ ултырмайым! Сүп сығарыу – 10 һум, һеҙҙең исемлек менән магазинға барып килеү – 20-50 һум. Саша, 9 йәш. Ғәҙел һәм тырышмын» тигән иғлан ҡалдыра. Күп тә үтмәй, уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә башлайҙар. Яңы шөғөл уйлап тапҡан малай шулай итеп тәүге аҡсаларын эшләй.
Малайҙың был эшен яҡындары ла хуплай, ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итергә тырышалар. Олатаһы иғландарҙы баҫып бирә, әсәһе иһә һуңға ҡараңғыға ҡалған саҡтарҙа оҙатып йөрөй икән.
Хәҙер Саша куршеләрҙең сүбен сығарып, магазинға барып ҡына ҡалмай, эттәре менән саф һауала йөрөргә лә ваҡыт таба. Арыу ғына аҡса эшләп, велосипед та һатып алған. Әле ул яңы телефонға аҡса йыя. Үҙ тырышлығың, үҙ көсөң менән тапҡан әйбер ҡәҙерлерәк булыуын яҡшы аңлай ныҡышмал, йүнсел малай.
"Тырышҡан - тапҡан, ташҡа - ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән Александр Рудзит быға асыҡ миҫал. Һеҙҙең арала уның кеүек үҙ көстәре менән аҡса эшләүселәр бармы, дуҫтар? Булһа, беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ! Бергәләп, ҡыуанырбыҙ!