-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Их, еләкле йәйҙәре...

Йәйге каникулды һәр кем үҙенсә үткәрә. Берәүҙәр лагерҙарға юллана, икенселәр ауылда йәки ҡалала йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа бара. Ә кемдәрҙер ял итеү менән бергә аҡса эшләп тә өлгөрә.

Их, еләкле йәйҙәре...
Их, еләкле йәйҙәре...

Гөлсибәр Бәйғәҙәмова ла – шундай уңғандарҙың береһе. Ул Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан. Алтынсы синыфты уңышлы тамамлаған ҡыҙ бар яҡтан да килгән, әүҙем, һәләтле лә үҙе. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр яулай. Уңған булғас, хатта каникулда ла ҡул ҡаушырып ултырмай ул. Еләк йыйып һатып, аҡса эшләй.
– Бер-ике йыл тирәһе әсәйем менән еләккә йөрөп, юл буйында һатыша торғайным. Быйыл күберәк үҙем һатам. Каникул бигерәк оҙон бит, ял итеп өлгөрөрмөн әле. Ә еләк мәле ҡыҫҡа ғына, – ти Гөлсибәр.
Иртәнсәк тороп, ауыл эргәһенән генә еләктәрҙе йыйып ала ла төштән һуң юл буйына һатырға сыға. Шул тиклем оҫтарған үҙе. Еләкле урынды ла белә икән. Бер биҙрәне «һә» тигәнсе тултыра. Арыу-талыуҙы белмәгән ҡыҙҙың етеҙлеге һоҡландырғыс.
– Ниндәй генә машина, кешеләр үтмәй, ҡурҡмайһыңмы? – тип һорашам.
– Еләк йыйып һатыу­сы ауылдаштарым күп бит. Яңғыҙым ғына булмағас, ҡурҡыныс түгел. Төрлө саҡтар була: оҙаҡлап та ултырырға тура килә, ҡай­һы саҡта бер сәғәт эсендә бишәр биҙрә­не лә алып китәләр. Ә был мине тағы ла дәртләндерә, – ти әңгәмәсем.
5 литрлыҡ һауыттағы еләкте 1 мең – 1 мең 200 һумға һаталар икән. Уйлап ҡараһаң, көнөнә 2 – 3 биҙрә йый­һаң да, апаруҡ аҡса эшләргә мөмкин бит. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк. Гөлсибәр әйтмешләй, еләк – бер мәл генә ул, өлгөрөп ҡалһаң, әллә күпме килем алыр­ға була. Ана шулай бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп, аҡса тәмен белеп үҫә Гөлсибәр. Үҙең тир түгеп, эшләп тапҡан аҡса ҡәҙерле була икәнен дә яҡшы аңлай ул.
– Йыйылған аҡсамды мәктәпкә кәрәк-яраҡ алыр өсөн тотонасаҡмын. Артып ҡалһа, әсәйемә бирермен. Ул беҙҙе, ике балаһын, яңғыҙы тәрбиәләй. Аҙ булһа ла ярҙам булыр, – ти уңған ҡыҙ. Әйткәндәй, Гөлсибәр яланда үҫкән ҡыр сейәһен дә йыйып һатырға өлгөрә.
Әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла ул. Икәүләшеп еләктән, сейәнән һәм башҡа емештәрҙән ҡышҡылыҡҡа бик күп ҡайнатмалар, компоттар әҙерләгәндәр. Дуҫтары менән һыу инергә, ҡояшта ҡыҙынырға, күңел асырға ла ваҡыт таба.
Бына шулай файҙалы үтә Гөлсибәрҙең йәйге ялы.

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: