Был ҡыҙ Өфөлә йәшәй, IV синыфты тамамлаған. Үҙенең эшен ул йыл ярым элек башлаған икән.
– Мин сәйләндән биҙәүестәр яһайым һәм уларҙы һатам. Был идеяны әхирәтем Настя әйтте. Ул да шулай итеп аҡса эшләй,– ти уңған ҡыҙ.
Таңсулпандың йөҙөктәре 70-80 һум тора, беләҙек һәм чокерҙарҙы (муйынсаҡтарҙың бер төрө) 350 һум һәм унан ҡиммәтерәк хаҡҡа һата.
Эшләп тапҡан аҡсаһының бер өлөшөн Таңсулпан яңы телефонға тип йыйып бара. Ә ҡалғанын кейем-һалым алыуға йә дуҫтары менән кафеға барып, тәм-том ашауға тотона.
– Хыялымдағы телефон 50 мең һум тора, әлегә мин 15 мең һум йыйҙым,– ти йүнсел үҫмер.
Уңған ҡыҙ аҡсаның еңел табылмауын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, 70 һум эшләр өсөн дә сәйләндәрҙе матур итеп теҙергә, ҡайһы саҡта иртернеттан видеодәрестәр ҡарап өйрәнергә, артабан ул әйберҙе урамға алып сығып һатырға кәрәк.
– Тәүге тапҡыр биҙәүестәр һатырға ла Настя алып сыҡты. Ул- ҡыйыу ҡыҙ, һәр кем менән тиҙ генә һөйләшеп китә ала. Ә мин бик оялсан инем, кешеләргә әйбер тәҡдим итеүе ҡурҡыныс та, ауыр ҙа һымаҡ тойолдо. Шулай өйрәнеп киттем. Хәҙер урамдағы кешеләргә оялмайынса һүҙ ҡуша алам,– ти Таңсулпан.
Йәш оҫтабикә ҡул эштәрен балалар майҙансығындағы әсәйҙәргә, парктарҙа ял итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарға, сауҙа үҙәктәрендәге һатып алыусыларға тәҡдим итә.
– Ҡайһы берәүҙәр ишетмәмеш һәм күрмәмеш булып үтеп китә, икенселәр "сиған" тип асыулана. Ундай мөнәсәбәтте күңелгә яҡын алмаҫҡа өйрәндем. Киреһенсә: "Уңышлы көн",- тип йылмайып яуап бирәм. Шулай ҙа "афарин", "эштәрең уң булһын", тип әйтеүселәр күберәк осрай,– тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша ҡыҙ.
Һуңғы ваҡыт Таңсулпан интернет аша ла һатырға өйрәнә башлаған. Мәҫәлән, “Бәйләнештә” селтәрендә үҙе уҡыған гимназиялағы ҡыҙҙарға дуҫлыҡ тәҡдим итә һәм биҙәүестәренең фотоһүрәтен ебәрә. Алырға теләүсе табылһа, тауарын тәнәфестә һатып китә. Тағы ла Телеграм ҡушымтаһында шәхси каналын булдырып, эштәрен һалып бара.
Таңсулпан аҡса эшләргә теләгән тиҫтерҙәренә бер нисә кәңәш тә бирҙе.
– Һатыусы кешеләр менән йылмайып һөйләшергә тейеш. Һүҙҙе ихлас итеп һаулыҡ һорашыуҙан башлайым, шунан: "Биҙәүестәр һатам. Ҡарарға теләйһегеҙме?"– тип һорайым. Дәртле, ышаныслы һәм яғымлы итеп һөйләшергә кәрәк. Әйберҙәрҙе ҡарап та һатып алмаусы осраһа, үпкәләргә ярамай, киреһенсә, иғтибары өсөн рәхмәт әйтәм һәм уңышлы көн теләйем. Быларҙы миңә бер туған Ирлан ағайым өйрәтте, сөнки ул психология буйынса китаптарҙы күп уҡый,– ти үҫмер.
Әйткәндәй, Таңсулпандың Ирлан ағаһы быйыл XI синыфты тамамлаған. Ул да күптән үҙ эшен асҡан – музыкаль биттәр яҙып, интернет аша һатыу менән шөғөлләнә.
Интернет теләге булған һәр үҫмергә аҡса эшләү мөмкинлеген бирә: уның ярҙамында төрлө һөнәргә бушлай өйрәнергә, әйберҙәреңде йә хеҙмәтеңде һатырға була. Шулай ҙа әлегә беренсе урында мәктәп һәм белем алыу булырға тейеш икәнен оноторға ярамай.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.