Интернет селтәрендә беләҙек-йөҙөктәр эшләүҙең ниндәй генә ысулын өйрәтмәйҙәр – теләгәнеңде һайла. Тәүҙә үҙҙәре өсөн генә аксессуарҙар яһаһалар, һуңынан синыфташтарына тәҡдим итеп ҡарайҙар.
– Әхирәттәребеҙ һатып ала башлағас, дәрт, ҡомар уянды. Үҙебеҙ эшләгән тауарҙан да аҡса йыйып була икән дә, тигән уйға килдек, – ти Камилә.
Ҡыҙҙар урамдағы тиҫтерҙәренә йөҙөк, муйынсаҡ, телефонға брелок, алҡа, беләҙек алып сығып күрһәтеп, беренсе көндә ярайһы ғына аҡса эшләй. Уларға ошо шөғөл менән ҡыҙыҡһыныусы әхирәттәре Рания Фазлетдинова ла ҡушыла.
– Кемдер шунда уҡ, юҡ, кәрәкмәй, тип артабан китә. Икенселәр һайлап ала, тағы заказ бирә. Хатта олораҡ апайҙар ҙа. Социаль селтәрҙәге каналыбыҙға яҙылыусылар байтаҡ, биҙәүестәр хаҡында йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдыралар, уңыштар теләйҙәр, – ти Сафина.
Иң ҙур сумма ниндәй булды, тип ҡыҙыҡһынам. «Бер көндө икебеҙгә өс меңдән ашыу эшләнек», – ти апалы-һеңлеле Хәлиловалар. Ә нимәгә тотоналар аҡсаларын, тиеүселәргә, әрәм-шәрәм итмәйҙәр, тип әйтер инем. Үҙҙәренә кәрәк-яраҡ һәм яңынан сәйлән алыуҙан тыш, бүләк бирешергә яраталар. Мәҫәлән, апаһының тыуған көнөнә Сафина яҡшы ҡолаҡсындар алған. Алла бирһә, велосипедҡа ла аҡса йыйырбыҙ, ти ҡыҙҙар.
Әйткәндәй, өс әхирәт уҡыуҙа ла һынатмай. Камилә менән Сафина – 16-сы гимназияның алтынсы һәм бишенсе, Рания 108-се мәктәптең бишенсе синыфын яҡшы билдәләргә генә тамамланы.
Был ҡыҙҙарға уңыштар ғына теләйһе ҡала.
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.