-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Август 2018, 11:46

Ҡайҙа булған гөбөргәйелем?

Учалы районында йәшәгән өләсәйемдең ике гөбөргәйеле бар. Динға – ете, Рияға ун йәш инде.

Учалы районында йәшәгән өләсәйемдең ике гөбөргәйеле бар. Динға – ете, Рияға ун йәш инде. Һеңлем менән каникулда уларҙы ашатырға, ҡарарға яратабыҙ. Йәйге йылы көн­дәрҙә гөбөргәйелдәрҙе тыш­ҡа сығарып алабыҙ. Был юлы ла һай кәритәгә һыу һалып, Дин менән Рияны шунда ебәрҙек. Улар йөҙөп кинәнә, бәләкәй ташҡа менеп, ҡояшта ҡыҙына.

Бәй, бер ҡараһаҡ, гөбөргәйелдәребеҙ юҡ?! Кәритә буш. Өләсәйем һәм һеңлем менән Динды ихатала таптыҡ. Ә Рия күпме эҙләһәк тә, юҡ, әллә ҡайҙа булды ла ҡуйҙы.

Ул арала көтөү һыулауға төштө. Беҙҙә малды сиратлап көтәләр. Төшкөлөккә көтөүҙө ҡарарға өсәүләп киттек. Йылға өйҙән алыҫ ҡына. Өләсәй гәзит тотоп малды күҙәтә, беҙ һеңлем менән таштарҙан йорт тө­ҙөп уйнайбыҙ. Ҡапыл өләсәйем ҡысҡырып ебәр­ҙе:
– Ҡарағыҙ әле! Гөбөргәйел бында нисек килеп сыҡҡан?
Ысынлап та, беҙҙең эргәнән генә ашыға-ашыға Рия үтеп бара ине! Гөбөргәйелдәр һыуға тартыла, тигәндәре дөрөҫмө әллә? Ошо бәләкәй генә йән эйәһенең шундай ҙур араны үтеүенә бик ғәжәпләндек. Рияны Урал йылға­һында йөҙҙөрөп, аҙаҡ үҙебеҙ менән алып ҡайтып киттек. Хәҙер инде дуҫтарыбыҙҙы ҡарап ҡына торабыҙ.

Дияр ФАЗЛЕТДИНОВ.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: