-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Август 2018, 14:18

Табылдыҡ бесәй

Йәйге каникулда Белорет районының Ғәбдүк ауылында йәшәгән олатай-өләсәйем янына ял итергә ҡайттым. Вәт, шәп үтте ялым! Саф hауа, иртәнсәк ҡоштарҙың моңло hайрауы, өләсәйемдең тәмле бәлештәре, Бөйрәкәй биргән шифалы hөт-ҡаймаҡ... Өләсәйҙәргә ике туған ҡустыларым – Эльдар менән Айҙар ҙа ҡайтҡайны. Бергәләп күңелле булды. Эльдар менән мин өлкәнерәк булғас, өләсәйемә йорт-ҡура эштәрендә ярҙам итештек, Айҙарҙы ла ҡараныҡ. Эльдар олатай менән урманға йөрөргә яратһа, ә миңә өләсәйем менән баҡсала булышыу, емеш-еләк йыйыу оҡшаны.

Ауылда дуҫтарыбыҙ ҙа бик күп: Ринат, Артём, Регина, Нәркәс, Фидус. Рәхәтләнеп hыу индек, төрлө уйындар уйнаныҡ. Иң мөhимен онотоп торам: июнь айында Ғәбдүктә мәсет асылды бит. Матур байрам ойошторолдо. Эргәһендә генә балалар өсөн майҙансыҡ та төҙөп бирҙеләр. Көн дә йыйылышып, кинәнеп уйнаныҡ. Аҙна hайын йома намаҙын тыңларға барҙыҡ. Инәй­ҙәр тәмлекәстәр бешереп килтерҙе. Беҙҙе лә hыйланылар. Минең Ринат тигән дуҫым күп сүрәләрҙе яттан белә, беҙҙе лә өйрәтте.

Уҡыу тураһында ла онотманыҡ, әлбиттә. Өләсәйемдәрҙә ҡыҙыҡлы китаптар бик күп. Кистәрен Эльдар менән ярышып уҡыйбыҙ. Икебеҙ ҙә спорт яратабыҙ. Мин – гимнастика, ә Эльдар тэквондо менән шөғөлләнәбеҙ. Тренерҙарыбыҙ йәйгеһен дә күнекмәләр яһап торорға ҡушҡайны. Уларҙың әйткәндәрен һәр ваҡыт хәтеребеҙҙә тотоп, бер-беребеҙгә төрлө алымдар өйрәттек. Бер көндө Эльдар – тренер, икенсе көндө – мин. Командабыҙға Айҙар ҙа ҡушыла.

Өфөнө лә һағынып китәм ҡайһы ваҡыт. Ул сағында инде атай-әсәйгә эйәреп, ҡайта һалып киләм. Шулай бер ваҡыт китеп барғанда машина юлына бәләкәй генә ап-аҡ ҡына бесәй балаhы килеп сыҡмаһынмы. Саҡ тапалманы. Күрәһең, ташлап киткәндәр. Бахырҡай ҡурҡышынан дерелдәп тора, үҙе мыяулай. Асыҡҡан да, ахырыһы. Тиҙ генә һөт эсереп алдыҡ. Шунан үҙебеҙ менән Өфөгә алып ҡайтып киттек. «Рәхмәт, мине бәләнән ҡотҡар­ҙығыҙ», – тигән кеүек йомшаҡҡай юл буйына күҙемә мөлдөрәмә тултырып ҡарап бар­ҙы. Өйгә ҡайтҡас, әсәйем ентекләп ҡарағайны – иҫебеҙ китте. Бер түгел, ике талпан ҡаҙалған булған үҙенә. Атайым һаҡ ҡына уларҙы сығарғас, бесәйҙе һәйбәтләп йыуындырҙыҡ. Ашатып-эсереп алғас, ул тәмле йоҡоға талды. Хәҙер бесәйебеҙ беҙҙең ғаиләбеҙҙең бер ағзаһы инде. Бигерәк аҡыллы, шуҡ, шаян булып сыҡты. Ә мин уның осрауына ҡыуанып бөтә алмайым. Иркә тип исем ҡуштым.

Олатайымдарға бесән эшләргә ярҙам иттем. Быйыл кәбән башында торорға ла тура килде. Ә Эльдар бесән сабырға өйрәнде. Олатайымдарға ҙур ярҙам булды. Август урталарында беҙҙең күнекмәләр ҙә башланды. Ә сентябрҙә мине Башҡортостандан бик алыҫта Рәсәй күләмендәге ярыштар көтә.

Камилла АЙЫТБАЕВА.

Өфө ҡалаһы,

136-сы башҡорт лицейы.
Читайте нас: