+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
31 Август 2018, 13:59

Дағстанды күрҙек, Чечняла ла булдыҡ

Әле яңы ғына: «Алда – өс ай каникул!» – тип ялға таралышҡайныҡ. Оҙаҡ һымаҡ күренгәйне, ә ул һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Быйылғы ялым баш­ҡа йылдарға ҡарағанда күңелле ваҡиғаларға бай булды.

Июнь айында мәктәптә ойошторолған лагерҙа синыфташтарым менән бергәләп ял иттек: төрлө уйындар уйнаныҡ, экскурсияларға йөрөнөк, балалар баҡсаһында бәләкәстәргә концерт ҡуйҙыҡ. Өйҙә атай-әсәйемә ярҙам иттем: баҡсала Рәмил, Руслан ағайҙарым менән түтәл утаным, һыу һиптем, ҡош-ҡорттарҙы ашаттым, бәләкәй туғаным Илнурҙы ҡараштым. Велосипедта йөрөргә, китап уҡырға ла ваҡыт таптым.

Ә июль иң иҫтә ҡалған айҙарҙың береһе булды, сөнки мин атайымдың бер туған апаһы Рәшиҙә инәйем һәм уның дуҫтары менән Дағстанға экскурсияға барҙым. Иҫ китмәле ҡыҙыҡ, мажаралы сәйәхәт булды ул, ни тиһәң дә, бер ҡасан да улай йыраҡҡа сығып йөрөгәнем булманы.

Унда беҙҙе Марс ағай ҡаршы алды. Беләһегеҙме, ул кем? Әле Чечняла йәшәһә лә, мәктәпте беҙҙә тамамлаған. Мәсәғүт башҡорт лицейында белем алған. Беҙҙең менән барған Әлфирә Йәмил ҡыҙының уҡыусыһы. Апайыбыҙ үҙенең сәйәхәте тураһында хәбәр иткәс, Дағстанға килеп торған. Ул беҙгә төрлө иҫтәлекле урындарҙы күрһәтте. Үҙе башҡорт, урыҫ, чечен телдәрендә лә таҙа һөйләшә.

Кешегә ҡарата бик ихтирамлы һәм баҫалҡы кешеләр йәшәй икән унда. Автобуста ир-аттар, йәштәр ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡарттарға урын бирә, урамдарҙа һыра эсеп, тәмәке тартып йөрөүселәр юҡ, тиһәң дә була. Дағстанда 30-ҙан ашыу милләт халҡы: аварҙар, лезгиндар, даргиндар һәм башҡалар йәшәй.

Махачкалала Рәсүл Ғамзатовтың ҡатыны ойошторған һәм уның исемен йөрөткән һынлы сәнғәт музейы бик ныҡ оҡшаны. Ул иң боронғо биналар­ҙың береһендә урынлашҡан. Музейҙа төрлө ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, балсыҡтан, көмөштән яһалған һауыт-һаба, Дағстан рәссамдарының һүрәттәре, ВДНХ-ла күргәҙмәлә булған, ҡул менән эшләнгән, биҙәктәре башҡа бер ерҙә лә ҡабатланмаған иң ҙур балаҫ, Шишкиндың «Ҡарағайлыҡта иртә» тигән картинаһының беренсе эскизы һаҡлана. Беҙ торған ҡунаҡхананың администраторы Ширвани Әнәсов ағай Мос­тай Кәрим менән Рәсүл Ғамзатовтың яҡын дуҫтар булыуы, яҡташы, Салауат Юлаев һәйкәленең скульпторы Сосланбәк Тавасиев тураһында ғорурланып һөйләне. «Гуниб тәбиғәт парк»ын, Пушкин тауын күрмәһәң, Дағстанда булдым, тип әйтеп ҡара, тиҙәр. Әммә ямғыр яуыу сәбәпле, унда бара алманыҡ. Ә инде Дағстандағы иң ҙур Чиркей һыу электр станцияһын, Һулаҡ каньонын күреү бәхете тейҙе. Ҡиммәтле ҡыҙыл балыҡ үрсеткән һәм экологик туристик фирма менән берлектә эшләгән «Имән сауҡалығы» исемле фермер хужалығында ла булдыҡ. Ул тауҙар араһында, тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан. Бында атта һыбай йөрөргә, ҡуян, кәзә һәм төрлө ҡош-ҡорттарҙы күрергә була. Хужалар Дағстандың хинкал (беҙҙең бишмармаҡҡа оҡшаш) милли аҙығын да тәмләтте. Беҙгә оҡшаны.

Тағы ла ҙур шатлыҡтарҙың береһе – ул Каспий диңгеҙен күреү. Һыуы йылы һәм шифалы кеүек ине. Рәхәтләнеп һыу индем, ҡояшта ҡыҙындым, ҡарбуз һәм башҡа емеш-еләктәр менән һыйландым, иҫтәлеккә матур-матур таштар, ҡабырсаҡтар алып ҡайттым. Тик ҡояшта оҙағыраҡ ятып ташлағанмын, ахыры, тоҙло һыуҙы ла йот­ҡанмындыр, бер заман температурам күтәрелеп китмәһенме... Махачкала ҡалаһының дауаханаһында ашығыс ярҙам алырға тура килде. Ләкин кәйефем һис тә ҡырылманы, сөнки бындағы матурлыҡ, Чечен Республикаһына сәйәхәт уны тиҙ генә онотторҙо. Грозныйға килеп ингәс, әкиәт донъяһындамын икән, тип хис иттем үҙемде. Шул тиклем матур,таҙа урамдар,сәскәгә күмелеп ултырған парктар, хозур Әсә йөрәге исемле мәсет, бейек-бейек төҙөк биналар, офистар ҡаланың йәме булып тора. Яңыраҡ ҡына бында һуғыш булып үткән, тип уйламаҫһың да. Беҙ чечендарҙың милли ризыҡтарынан ауыҙ итеп, төрлө матур урындарҙа булдыҡ. Марс ағайға рәхмәт инде.

Август айында әсәйемә емеш-еләк, төрлө файҙалы үләндәр йыйыштым, йәмле Асылыкүлдә һыу төшөргә лә өлгөрҙөм. Тиҙҙән мәктәпкә. Форма, дәфтәр, ручкалар алынды, уҡылмаған китаптар уҡылды – мин яңы уҡыу йылына әҙер! Күңелле ял иткәс, яңы көс менән быйыл да тик «бишле»гә генә уҡырмын, тип өмөт итәм.

Айһылыу МӨХӘМӘТШИНА.
Дәүләкән районы, Ҡыҙрас ауылы.

Читайте нас: