Үҙебеҙҙә лә көндәрҙе бына тигән итеп үткәрҙек. Әй йылғаһы буйлап һалда ағып төшөү генә ни тора! Тәбиғәтебеҙ бигерәк матур шул. Тирә-яҡҡа һоҡланып барҙым. Ҡайһы бер кеше һыуҙан ҡурҡа, ә мин – юҡ. Ишергә өйрәндем әле хатта. Ял итергән туҡтаған урында усаҡ яғып, ашарға бешерҙек. Ҡырҙа бөтә нәмә тәмле була икән шул. Палаткаларҙа йоҡлауы ла рәхәт. Ни тиһәң дә, саф һауа. Ә иң күңеллеһе, беләһегеҙме, нимә булды? Урманда мунса инеү. Нисек, тиһегеҙме? Йылға янында ғына эшләнә ул. Таштарҙы күп итеп өйөп, эсенә ут яғаһың. Һуңынан полиэтилен менән ҡаплайһың. Ул йылына. Һыу инеү кейемендә генә сабынып мунса инәһең дә сығып һыуға һикерәһең. Вәт, шәп, исмаһам! Артабан Һикәяҙтамаҡ шарлауығында булдыҡ, бейеккә, тау башына мендек. Атайым менән әсәйем Башҡортостан йылғалары буйлап йыл да ағып төшә, хәҙер мин дә ҡалмаясаҡмын инде.
Тағы ла дуҫтарыбыҙ менән Асылыкүлдә, Ҡандракүлдә лә булдыҡ. Улар бер-береһенән айырыла. Асылыкүлдең һыуы һалҡын, тоҙло, ағымы шәп булһа, Ҡандракүлдеке – йылы, үҙе тыныс ҡына. Бындағы ял усаҡ янында һөйләшеп ултырыуҙар, бадминтон, волейбол уйнау, гитараға ҡушылып йырлауҙар менән хәтеремдә уйылып ҡалды.
Күптәр үҙҙәренең каникулын ауылда өләсәйҙәре янында үткәргәндер. Миңә лә тәтене ундай бәхет. Олатайым менән өләсәйем Өфөлә йәшәһә лә, өйҙәре эргәһенән генә йылға аға, баҡсалары, мунсалары бар. Мин уларға ярҙам итештем, өй йыйыштырҙым. Өләсәйем менән икәүләп емеш-еләк йыйҙыҡ. Ул мине бәйләргә лә өйрәтте. Ҡыйын булманы. Үҙемә башлыҡ бәйләп тә кейҙем. Өләсәйемдеке кеүек матур ҙа килеп сыҡмағандыр, әле өйрәнәм генә бит.
Шулай өс айым үтеп тә китте. Ул минең кескәй генә йөрәгемдә ҙур урын алды.