Бына килеп тә етте йәйге каникулым. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ауылда балалар һабантуйы булды. Рәхәтләнеп күңел астыҡ, бер ҙә арыманыҡ. Байрамдан һуң әхирәтем менән Ҡаршытауға мендек. Ауылды бейектән күреп һоҡландыҡ. Фотосессия үткәрергә лә онотманыҡ. Ҡайтҡас, фотоларҙан слайд-шоу эшләнек, атай-әсәйҙәргә тамаша күрһәттек.
Ә 9 июнь көндө Нарыҫтау итәге меңдәрсә кешене үҙенә саҡырҙы. Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан ойошторолған сараға республикабыҙ район, ҡалаларынан, күрше төбәктәрҙән бик күп кешеләр йыйылды. Улар рухи йолаларҙы яңыртып, милли йыр-моңға тамаша ҡылды.
Роберт Юлдашев һәм «Арғымаҡ» төркөмө, «Gusal-Dance» бейеү төркөмө сығыштарын ҡарау бәхете тейҙе миңә! Бейеүсе Нәркәс Юлдашева менән аралаштым. Ул шундай алсаҡ икән. «Маҡсатҡа ирешер өсөн үҙ-үҙеңә ышанырға кәрәк», – тип кәңәш бирҙе.
Ауылға ҡайтҡас, был хаҡта «Йәйләү» лагерына йөрөүсе әхирәттәремә һөйләнем. Унда ла бик күңелле булды. Минең өсөн иң иҫтә ҡалғаны – «Самауыр сәйе» көнө. Өс самауыр ҡайнатыр өсөн көйәнтә менән һыу килтерҙек. Күптәрҙең көйәнтәне тәүгә күреүе икән. Самауырҙарҙан төтөн, пар күтәрелеүе – үҙе бер тамаша. Ә уның еҫе... Йәшел үләнгә балаҫтар йәйеп, табын ҡорҙоҡ. Элек башҡорттар ашаған ризыҡтар килтергәйнек. Ҡаҡ, кәрәҙле бал, ҡорот, һөҙмә, эремсек, ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый... Сәйгә мәтрүшкә, ҡарағат япрағы һалдыҡ. Их, тәмлелеге!
Беҙгә тәбиғәткә зыян итмәй генә япраҡ-үләндәр йыйырға өйрәтте өлкәндәр. Был көндәр күңелдәрҙә матур хәтирәләр булып ҡалды.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ ауылы.