+3 °С
Ямғыр
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
16 Август 2019, 16:21
Тәүге баш ҡалаға сәйәхәт
Каникул осорондағы иң иҫтәлекле көндәремдең береһе – Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһына сәйәхәт. Унда беҙ, V, VII синыф уҡыусылары, бер төркөм әсәйҙәр, синыф етәксеһе Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина менән бергәләп барҙыҡ. Темәс ауылындағы тарихи музейҙы күреү барыбыҙҙың да күптәнге хыялы ине. Уның хаҡында уҡытыусыбыҙ беҙгә бик күп һөйләгәйне. Шатлыҡ ҡатыш тулҡынланыу менән ҙур булмаған бинаға яҡынлашабыҙ. Унда музей мөдире Рәмилә Риза ҡыҙы Әбсәләмова һәм ғилми хеҙмәткәр Гөлдәр Рауил ҡыҙы Иҙебаева бик йылы ҡаршы алды.
Бына башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, этнографияһын сағылдырған залға үтәбеҙ. Ул матур йыһаздар, башҡорт кейемдәренең боронғолоғо, ябайлығы менән күңелемде арбаны. Гөлдәр Рауил ҡыҙы 1755 – 1756 йылдарҙағы Батырша ихтилалына арналған залы тураһында ентекле һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләгәндә уны ихлас тыңлап, шул дәүерҙәргә барып юлыҡҡандай булдыҡ.
Рәссамдар ижадына һоҡлана-һоҡлана икенсе ҡатҡа күтәреләбеҙ. Беҙҙе 1919 йылдағы тәүге Башҡорт хөкүмәтен төҙөүгә арналған мемориаль зал ҡаршы алды. Эйе, бына бит уҡытыусым һөйләгән халҡым улдары! Һәр береһенең тере һыны менән осраштыммы ни?! Күңелемде һоҡланыу ҙа, тетрәнеү ҙә, юҡ-юҡ, әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар биләп алды. Бабич, Вәлидиҙәр хаҡында һөйләгәндә мин үҙемде сикһеҙ бәхетле тойҙом һәм уларҙың ҡараштары аша ниҙер әйтергә уйлағандарын төшөнгәндәй булдым. «Башҡорт халҡы һәм беҙ, киләсәк быуын, һеҙҙе мәңгегә онотмаясаҡбыҙ», – тип шыбырланым. Синыфташтарымдың музей хеҙмәткәренә яуҙырған һорауҙарынан саҡ үҙемде ҡулға алдым. Фекеремде туплаған арала улар ошондай һындарҙың нисек, ҡайҙа эшләнеүе хаҡында ҡыҙыҡһына ине.
Темәс ауылының тарихы ла беҙҙе битараф ҡалдырманы, сөнки күптәребеҙ фотоһүрәттәр аша туғандарын, таныштарын тапты, ауылдың данлыҡлы шәхестәргә бик бай булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Музейҙан беребеҙ ҙә сығырға ашыҡманы. Бәғзеләр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алһалар, икенселәр ҡабат-ҡабат барып ҡарауҙы хуп күрҙе. Ошондай бай мәғлүмәттәр алып, күңелем тулып сыҡтым музейҙан. Үҙемдең иҫтәлекле тәьҫораттарымды атай-әсәйемә, туғандарыма, дуҫтарыма ла еткерәсәкмен.
Шундай матур сәйәхәт ойоштороп, рухи байлығымды тулыландырғаны өсөн уҡытыусым Яңылбикә Рауил ҡыҙына оло рәхмәтлемен.
Зәлиә ИШМУЛЛИНА.
Баймаҡ районы, Кәрешкә мәктәбе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...