+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
30 Август 2019, 15:24
Йәмле Талҡаҫ буйында
Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы һаналған Талҡаҫ күлебеҙ тарихилығы, матурлығы менән Башҡортостанда киң билдәлелек яулаған. Был хаҡта йырҙарҙа йырлана, шиғырҙарҙа, әҫәрҙәрҙә сағылдырыла.
Ысынлап та, хозур урында урынлашҡан икән ул. Беҙ ҙә күлебеҙҙең гүзәллегенә һоҡлана-һоҡлана, рәхәтләнеп һыу индек, төрлө уйындар уйнаныҡ, бер-беребеҙҙе йөҙөргә өйрәттек. Әсәйҙәр ашарға әҙерләгәнсе ҡомда ҡыҙындыҡ. Матур итеп урын йәйеп, тиҙ генә һыйланып алдыҡ. Талҡаҫта самауыр сәйе бик тә тәмле тойолдо. Бер аҙ ял иткәс, тағы ла һыуға төштөк һәм «Йәншишмә»нең бүләге – туптарыбыҙ менән төрлө уйындар уйнаныҡ. Көн кискә ауышҡас ҡына күтәренке кәйеф менән ҡайтырға юлландыҡ.
Беҙ киләсәктә илһөйәрҙәр һәм телһөйәрҙәр булып үҫербеҙ. Данлы Талҡаҫ күленән яңы уҡыу йылына дәрт һәм илһам, рух күтәренкелеге алып, шифалы һыуында тәнебеҙҙе сафландырып, йылы хәтирәләр менән ҡайттыҡ. Ҡыш буйы ошо сағыу тәьҫораттарыбыҙ беҙгә көс, дәрт биреп торор әле.
Нурсилә ӘХМӘҘУЛЛИНА.
Баймаҡ районы, Кәрешкә мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән