Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй бит инде. Бигерәк тә яҙ көндәре тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк. Баҡса эше лә бик күп. Әсәйем апайыма – сәскәләр, миңә кишер, һуған, борсаҡ, шалҡан үҫтерергә ҡушты. «Кемдең эше иң яҡшыһы, ҡайһынығыҙ иң уңғаны булыр икән, ҡарайыҡ әле?» – тип дәртләндереп, беҙҙең арала ярыш ойошторҙо. Апайым менән эшкә ҡыҙыу тотондоҡ. Түтәлдәр яһап, бөтәһен дә бер урынға сәсеп бөткәс, уларға көн һайын һыу һибәм. Ләкин береһе лә шытып сыҡмай ҙа сыҡмай. Аптырап бөттөм.
Бер ваҡыт ҡойма ямғырҙар башланып китте. Әллә ямғыр һыуы килеште инде, сәскән орлоҡтарым бөтәһе лә бытырлап килеп сыҡмаһынмы?! Хатта былтырҙан ҡойолоп ҡалған орлоҡтан үҫкән укроп та бар.
Был хәлде әсәйгә һөйләп торманым. Ә шулай ҙа бер көндө ул күреп ҡалды ла аптырап китте. «Кишер, шалҡан, һуған, борсаҡ, укроп... Бер түтәлдә биш йәшелсә үҫәме?» Башта мине шелтәләп алһалар ҙа, аҙаҡ инде йәшелсә өлгөргәс, һыйландыҡ ҡына. Иң беренсе укроп, һуғанды ашҡа тураныҡ. Һуңынан борсаҡты сүпләгәнсе шалҡан менән кишер ҙә өлгөрҙө. «Ҡалай һәйбәт булды әле, бөтәһе лә бер түтәлдә. Сығаһың да алаһың, ундай уңған ҡыҙ кемгә эләккән әле?» – тип әсәйем арҡамдан һөйөп алды.
Быйыл синыфташтарым менән Әбйәлил районындағы Тоҙлокүлгә, Салауат шарлауығына походҡа барҙыҡ. Атай-әсәйҙәр ҙә беҙҙең менән бергә ял итеп ҡайтты. Бик матур яҡ, миңә ныҡ оҡшаны. Бигерәк тә Тоҙлокүлдә һыу инеүе онотолмай. Башта тоҙло икәненә ышанып та бөтмәгәйнем, йөҙгәндә ауыҙға һыу ингәйне, тәмен шунда уҡ тойҙом. Салауат шарлауығына ла ҡарап һоҡландыҡ. Эре-эре таштар араһынан ағып төшкән һыуҙа ла ҡойондоҡ. Һыуы һыуыҡ, тәндәр өшөп китә. Походтан ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайттыҡ. Юл ыңғайында Яҡтыкүлде күрҙек, унда ла рәхәтләндек кенә.
Каникулдың ҡалған көндәрен, һәр йылдағыса, гүзәл Бөрйән яҡтарында үткәрҙем. Олатай, өләсәйҙе күрергә һағынып, ашҡынып барҙым. Сөнки мин уларҙы ныҡ яратам.
Бөрйән районында ял итеү ҙә шәп булды. Быйыл Ғәҙелгәрәй ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үткәрелде. Был сара бик яҡшы ойошторолған ине. Ауыл тағы ла нығыраҡ матурайған! Ә өйҙәр береһенән-береһе төҙөк, ихаталарҙа төрлө-төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала. Һәр бер урамда йәшәүсе апай-ағайҙар, әбей-бабайҙар ҡапҡа тышына тәм-том тулы өҫтәл ҡуйып, килгән ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Һәр кем тәмле ризыҡтан ауыҙ итте, ҡайнар сәй эсте, татлы бал менән һыйланды. Урамдарҙы буйлап сыҡҡас, бөтә халыҡ Һарыла шишмәһе сыҡҡан урынға концерт ҡарарға йыйылды. Көн килеп эҫе, ҡыҙҙыра, һыуһатты. Әсәйем менән шишмәнең урғылып сыҡҡан урынынан һыу эсеп алғас, рәхәт булып ҡалды. Уның һыуы шундай тәмле, үҙе һыуыҡ, хатта теште ҡамаштыра.
Шишмә эргәһендәге беседкала бер аҙ ял итеп алырға туҡтаныҡ. Шул ваҡыт минең һул күҙҙе бал ҡорто сағып китмәһенме?! Ярай әле шишмәнең һалҡын һыуы килеште, уның менән ауыртҡан урынды сылатҡас, әллә ни шешмәне, һыҙлауы ла тиҙ баҫылды. Бал ҡорто шишмә эргәһендә нимә эшләп йөрөгән икән, тип аптырарһығыҙ. Был тирәлә йүкә ағастары бер рәт булып үҫеп ултыра. Уларҙың шау сәскә атҡан мәле ине. Бал ҡорттарының йүкә ағастары араһында гөж килеп осҡандарын күреп, хайран ҡалдым.
Бөрйән яҡтарының тәбиғәтенә ҡарап, һоҡланып туя алманым. Ҡуйы ҡара урман, ҡая таштар өҫтөндә үҫкән ағастар – үҙе бер мөғжизә!
Артабанғы сәйәхәтем Шүлгәнташ мәмерйәһенә булды. Башҡортостаныбыҙҙың хазинаһы булған был урынға Мозафар бабайым алып барҙы. Тәбиғәттең матурлығына хайран ҡалып, оҙаҡ ҡарап торһаң да, күҙ талмаҫ. Ә һауаһын һулап туйғыһыҙ! Ҡарағай, солоҡ балы еҫенә баштар әйләнә. Ағиҙел йылғаһының һыуы йылы, таҙа.
Шүлгәнташ иҫ китмәле! Эске яҡтан һалҡын һауа килә. Үҙе бейек, эсе дөм ҡараңғы. Бер килгәндә мәмерйәнең икенсе ҡатына тиклем күтәрелергә булдыҡ. Ҡулдағы фонарь менән юлды яҡтыртып барабыҙ, ә шулай ҙа тирә-яҡҡа ҡараһаң, бер аҙ шомло, ҡурҡыныс... Экскурсияны ойоштороусы апай бөтәһен һөйләп, боронғо һүрәттәрҙе лә күрһәтте. Аптыраныҡ, улар нисек һаҡланғандыр? Миңә иң оҡшағаны аҡ сысҡан һүрәте ине. Уға ҡарап теләгән теләк ҡабул була, тиҙәр.
Мәмерйәнең икенсе ҡатына менеү еңел һымаҡ ине. Бына төшкән ваҡытта ҡурҡынысыраҡ булды. Беренсенән, ныҡ текә, икенсенән, баҫҡыс дымлы. Аяғың тайып китеүе ихтимал. Минән бәләкәйерәктәр ҡысҡырып илай башланы. Уларҙың тауышынан аяҡтарым ҡалтырап, йөрәгем тулап, башым әйләнеп, саҡ килеп төштөм. Хатта ингәнемә үкенеп тә бөткәйнем. Ҡараңғы мәмерйәнән сыҡҡас, бар ҡурҡыуҙар онотолдо.
Йылҡысыҡҡан күлен һәм Бабсаҡ бей ҡәберен дә барып күреп, күп мәғлүмәттәр, рухи байлыҡ алып ҡайттым. Әйткәндәй, быйыл мин тәү тапҡыр саған балын ашап ҡараным.
Олатай, өләсәйҙә, туғандарымда рәхәтләнеп ҡунаҡ булдым. Уларҙа татлы бал, әсе ҡорот ашап, ҡымыҙ, мәтрүшкәле сәй эсеп, майлы ҡоймаҡ менән һыйланып, ауылыма дәрт, көс һәм илһам алып ҡайттым.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.