-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
17 Июль 2020, 15:00

Беҙ нисек һыйыр һауҙыҡ?

– Ҡыҙым, һин өйҙә хужабикә булып ҡалаһың, донъяны ҡара, йәме. Себештәргә, өйрәктәргә көнөнә 4 – 5 ҡат ем бутап ашат, алдарында гел һыу булһын, быҙауҙарға ла эсер. Кис­кә Өфөнән ағайың менән еңгәң ҡай­та, һыйырҙарҙы улар һауыр. Кил, аппаратты нисек эшләтергә ҡарап өй­рән! – тине лә әсәй һыйыр һауа башланы.


Һауырға, тип әйтеү генә инде. Быйыл һыйыр һауыу аппараты һатып алдыҡ. Хәҙер әсәйҙең эше еңеләйҙе. Һыйыр­ҙың еленен йыуып, ҡаптырып ҡуя ла һөттөң шланг буйлап махсус күнәккә аҡҡанын ҡарап тик ултыра.

Мин иртәнсәк йоҡонан торғанда атай-әсәйҙән елдәр иҫкән ине! Улар Арҡайымға ял итергә киткәйне. Тыш­ҡа сыҡһам, өйрәктәр ашарға таптырып баҡылдаша, бройлерҙар ҙа артымдан ҡалмай эйәреп йөрөй. Эттең дә ашарына бөткән. Ә ҡуяндар тәпәйҙәре менән ситлектәрен бәргесләй, ырҙын артында бәйләп ҡуйылған быҙауҙар ҙа баҡыра. Бына һиңә, мә! Бөтәһен дә ашатырға, эсерергә кәрәк. Нисек өлгөрөрмөн?

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, бөтәһен дә тиҙ башҡарҙым. Телевизор ҡарарға ла, әхирәттәрем менән Ноғай тауына еләккә барырға ла өлгөрҙөм, киске ашты ла әҙерләнем.

– Эй, минең һылыуым ҙур үҫкән икән, донъяны ла һәйбәт ҡарағанһың, картуф та тәмле булды, – тип маҡтаны аҙаҡ Азамат ағайым.

Ул арала көтөү ҙә ҡайтты. Һы­йырҙар үҙ сиратын белә, иң тәүҙә Йондоҙ килеп баҫты. Ағай мин өйрәткәнде һан­һынманы, тиҙ генә интернет аша һыйыр һауыу аппаратын нисек эшләтергә кәрәклеген ҡарап алды. Икенсе булып Аҡмаңлай мөңрәп сиратҡа баҫты. Өсөнсөһө Снежана ине, ул ап-аҡ башлы, аҡ ҡойроҡло (ҡар яуып торған көндө тыуған быҙау, исемен үҙем ҡуштым), уны ла һауҙыҡ. Эш бөттө. Еңел һулап ҡуй­ҙыҡ.

– Һылыу, ике күнәк һөт алдыҡ, әсәй һауғанда ла шул тиклем була инеме? – тип һораны ағайым.

– Кисә өс күнәк тора ине, – тигән булам.

– Ҡайҙа, Аҡмаңлайҙы яңынан ҡыуып алып кил. Һөтө аҙ булды, биреп бөтмәгән икән, – тип бик эшлекле ҡиәфәт менән һәүкәште киренән бәйләнеләр ҙә аппаратты тоҡандырып та ебәрҙеләр.

Һыйыр аптырап, боролоп мөңрәне лә һа­уыу аппаратын типте лә осор­ҙо. Аҡ­маңлайҙың баҡырыуы: «Ни­мә һеҙ, ҡаптырған һайын бер күнәк һөт бирер, тип уйлайһығыҙмы әллә? Вәт, ҡала һантыйҙары!» – тигән ке­үек тойолдо. Ағай менән еңгә аптырашты, хатта әсәйгә шылтыратып һоранылар.

– Их, һылыу, өс күнәктең береһендә аппарат йыуырға һыу булған бит! – тине ағайым.

Бына шулай мажаралы үтте йәйемдең бер көнө.

Айгизә АБЗАЛОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Читайте нас: