+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Минең өс айым"
24 Июль 2020, 14:46

Тауыҡтар тормошон өйрәнәм

– Ильяс, улым, ма­ладис! Уҡыуыңды яҡшы тамамланың, хәҙер инде ауылға олатай-өләсәйеңдәргә барып, һаулығыңды нығытып, ололарға әҙе­рәк ярҙамлашып, баш­ҡортса һөйләшергә өйрәнеп ҡайт, – тип атай-әсәйем мине йылда­ғыса Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылына илтеп ҡуйҙы.

Килеүемә яҡында­рым, эй, шатланды. Өләсәйем, һорау артынан һорау яуҙыра-яуҙыра, табын әҙерләне. Әллә ҡайҙан белеп ҡалып, дуҫ-иш ҡыҙҙар, малай­ҙар тулып китте ишек алдына. Ҡосаҡлашып, хәл белешеп, бергәләп кө­лөшә-көлөшә, өләсә­йем бешергән майлы ҡоймаҡ менән бал, хуш еҫле ауыл икмәгенә ҡаймаҡ яғып, оҙаҡ итеп сәй эстек. Һуңынан бергәләп һыу инергә йүгерҙек.

– Ярар, бөгөнгә ял ит, ә иртәгә һине эш көтә, – тип ар­ҡамдан һөйөп, оҙатып ҡалды өләсәйем.

Ниндәйерәк эш икән ул, башҡара алырмынмы икән? Әгәр ҡулымдан килмәһә, ояты ни тора бит. Төрлө уйҙар уйлай-уйлай, йыл­ғаға килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

Ниндәйерәк эш, ти­һегеҙме? Бик тә мәрәкә булып сыҡты ул. Мин тауыҡтарҙың ояларына һал­ған йомортҡаларын йыйып индерергә тейешмен икән.

– Тауыҡтарҙың һалып бөткәнен көт, алдан барып ҡурҡытма, – тип тә киҫәтте ул.

– Уларҙың йомортҡа һалып бөткәнен нисек белергә һуң? – тинем мин аптырап.

– Тауыҡтар үҙҙәре әйтә ул, – ти өләсәйем йылмайып.

– Өләсәй, әллә килеүемә тауыҡтарығыҙҙы һөйләшергә өйрәтеп ҡуй­ҙығыҙмы, – тигән булам мин дә шаярыуға күсеп.

– Уларҙың сигналын аңларһың, – ти хәйләкәр генә йылмайып өләсәйем.

Әйтелгән ваҡыттан алдараҡ сығып, тауыҡтар­ҙың иҫкәртеүен көтөп ултырҙым. Ысынлап та, бер аҙҙан һарайҙан бер-бер артлы «йомортҡа әҙер» тигәнде белдереп, тауыҡтарҙың ҡытҡылдауы ишетелде.

– Ә-ә, бына нисек икән, хәҙер аңланым, – тип шатланып, ояларҙан күп кенә йомортҡа йыйып индерҙем.

Уларҙың үҙ урыны ла бар икән.

– Көн дә ошо тиклем булһа, күп тә инде, уларҙы ни эшләтәһегеҙ? – тим өләсәйемә.

– Ауыл йомортҡалары туҡлыҡлы ла, файҙалы ла, үҙебеҙ ашарбыҙ, артҡанын күрше-күләнгә хәйер итеп бирәм, ҡал­ғанын магазинға һатырға ҡуям, – ти ул.

– Өләсәй, ә ниңә улар ҙа һеҙҙең ке­үек тауыҡ аҫрамай һуң?

– Улым, тауыҡ аҫрау өсөн ем алырға аҡса, ояларын төҙәтеп торорға материал кәрәк. Күптәренең пенсиялары бәләкәй, еткерә алмайҙар, – тип яуап бирҙе ул.

Хатта аҙ пенсия алған ололар йәл булып китте. Өләсәйемдәр өсөн шатланып ҡуйҙым әле.

Тауыҡтарҙы ашатыу, һыуҙарын алыштырып тороу, ояларын таҙартыу, йомортҡаларын йыйып алыу миңә бик оҡшай. Уларҙы күҙәтһәң, бигерәк ҡыҙыҡ икән.

Иң хәтәре тауыҡтарҙың үҙ себеш­тәрен бар хәүефтән дә һаҡлауын кү­реү ине. Бер ваҡыт бәләкәс кенә себештәр янына ҙур ҡош килеп ултырҙы. Шул саҡта инә тауыҡ ҡысҡырып, уны ҡыуып ебәрҙе лә үҙ телендә нимә­лер ҡытҡылдап, себештәрен артынан эйәртеп алып китте. Тауыҡтар янында әтәс тә йәшәй. Ул тауыҡтарҙы үҙе тапҡан ем менән һыйлай. Кис етһә, барыһы ла үҙ ваҡытын белеп, ояларына ҡунырға инә.

– Тауыҡтар төнәүгә ҡунды, – ти өләсәйем ул мәлде. Бына ҡыҙыҡ! Үҙҙәре ҡайһылай аҡыллылар икән. Кисен: «Ваҡыт һуң инде, ҡайтығыҙ», – тип атай-әсәйҙәрҙең балаларына ҡысҡырған тауыштарын йыш ҡына ишетергә тура килә. Ә тауыҡтар төнәргә үҙҙәре ултыра.

Ололарҙың ҡайһы берҙә бер-береһен: «Тауыҡ баш», – тип кәмһетеүҙәре иҫемә төштө. Юҡ, был ҡоштарҙы ундай һүҙҙәр менән әрләү дөрөҫ булмаҫ. Мин уларҙың бик тәртипле, аҡыллы икәндәрен үҙ күҙҙәрем менән күр­ҙем, белдем. Уҡыу башланғас, уҡытыу­сыбыҙ Сәриә Фәзулла ҡыҙы: «Йә, балалар, йәйҙе ҡайҙа, нисек үткәрҙегеҙ?» – тип һораһа, яуабым әҙер инде. Мин тауыҡтар тормошон өйрәндем. Уларҙың тәртипле, үҙ балаларын яҡлай алыу­ҙарын, кешегә файҙалы булыуҙарын белдем, тип әйтәсәкмен.


Ильяс СИБӘҒӘТУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы, 119-сы мәктәп.


Читайте нас: